Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
26 Май 2021, 11:25

Илһамлы яҙмышлы кешеләр хаҡында

“Һоҡланғыс тормош юлы үткән бик күп арҙаҡлы шәхестәр менән осрашып, илһамлы яҙмышлы кешеләр менән аралашып йәшәнем".

Танылған яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, әҙәбиәт, журналистика, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Гөлфиә Юнысова менән районда ижади осрашыуҙар үтте.ф

Талантлы һәм һәләтле шәхестәр менән аралашыу беҙҙе рухи яҡтан байыта, ҡанатландыра һәм донъяға яңыса ҡарарға, уны сағыу биҙәктәрҙә күрергә мәжбүр итә. Бындай осрашыуҙарға балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып, ҙур теләк менән килә.

Үҙәк район китапханаһында ойошторолған әҙәби ҡунаҡхана мәҙәниәт һарайы артистары башҡарыуында күңелдәрҙе елкендерерлек “Әлшәй вальсы” менән асылды. Эйе, яҡташтары Гөлфиә Юнысованың ижадын яҡшы белә, ярата һәм хөрмәт итә. Уның шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән, 700-гә яҡын лирик һәм балалар өсөн йырҙар ижад ителгән. Ысынлап та, шағирәнең һәр бер әҫәре үҙе бер йыр кеүек, шуға ла, шиғыр нисек тыуа, тигән һорауға ул, иң тәүҙә моң күңелдә ярала, аҙаҡ шиғыр булып урғылып сыға, тип яуап бирҙе.

Осрашыу ихлас аралашып, ижади атмосферала уҙҙы. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы һорауҙарға яуап бирҙе, рус һәм башҡорт телдәрендә төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, үҙенең фәлсәфәүи уйланыуҙары менән уртаҡлашты. Артабан шағирә йыйылыусыларҙы “Илһамлы яҙмыштар” китабы менән таныштырҙы. “Һоҡланғыс тормош юлы үткән бик күп арҙаҡлы шәхестәр менән осрашып, илһамлы яҙмышлы кешеләр менән аралашып йәшәнем. Әҫәрҙәремдең геройҙары - халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары”, - ти яҡташыбыҙ.

БР Милли әҙәбиәт музейы тәҡдим иткән был проект республика Башлығының Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар конкурсында еңеү яуланы. Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова әйтеүенсә, “Илһамлы яҙмыштар” – уҙған йылда грантҡа эйә булыусы иң ҙур проекттарҙың береһе. Әммә, эпидемиологик хәлгә бәйле, бөтә презентациялар, күргәҙмәләр, әҙәби-музыкаль кисәләр, йыйынтыҡ геройҙары менән осрашыуҙар быйылға күсерелде. Дөйөм алғанда, был публицистик китаптар серияһы (әлегә беренсе том ғына нәшер ителгән) республика мәҙәни тормошонда үҙенсәлекле күренеш булып тора. Был китапта әҙәбиәт, сәнғәт һөйөүселәр хәҙерге замандың билдәле яҙыусылары, шағирҙары, сәхнә оҫталары, композиторҙар, музыканттар, журналистар, ғалимдар, спортсылар һәм башҡа замандаштарыбыҙҙың тормошо һәм ижады менән таныша ала, уларҙың яҙмышы күптәргә өлгө булырлыҡ. Йыйынтыҡта авторҙың үҙенең ижад юлын сағылдырған уйланыуҙары, интервьюлары, юлъяҙ­малары ла бар.

“Илһамлы яҙмыштар” китабының презентацияһы шулай уҡ М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында һәм Себенле ауыл мәҙәниәт йортонда ла уҙҙы. Гөлфиә Юнысова район китапханаларына, лицей уҡыусыларына һәм ижадын яратыусы китап уҡыусыларға автограф яңы йыйынтығын бүләк итте.

Читайте нас: