Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
11 Февраль 2021, 20:00

Фоторәссам да, спортсы ла

Һәр кем донъяны үҙенсә күрә. Елена Ватракшина ла фотокамера аша тирә-яҡты үҙенсә ҡабул итә.

Ҡояштың тәүге нурҙары, шыршыларҙа йым-йым иткән ҡар бөртөктәре, туған колледжы һәм яратҡан студенттары – былар барыһы ла уның фоторәсемдәрендә сағылыш тапҡан.
Ул Н. М. Сибирцев исемендәге Аксен агросәнәғәт колледжының уҡыу-уҡытыу бүлеге секретары, бер үк ваҡытта “Ауыл хужалығы технологиялары” оҫтаханаһы мөдире эшен дә алып бара.
- Фотоға төшөрөү менән яңыраҡ ҡына шөғөллөнә башланым, - ти Елена Геннадьевна. – Социаль селтәрҙәрҙә эшләгәндә үҙ сәхифәмә уҡыу йортоноң эше, һөнәри йүнәлеш биреү тураһындағы фотоларҙы ғына түгел, ә уҡыусыларҙы, уларҙың нисек яңылыҡты өйрәнеүен, кисерештәрен дә төшөрөргә кәрәклеген аңланым. Тағы ла мин саф һауала йөрөргә һәм тирә-яҡты төрлө ракурстарҙа төшөрөргә яратам.
Йәш белгес тыумышы менән Бишбүләк ауылынан. Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлап, технолог һөнәренә эйә булған һәм бында эшкә ҡалған. Ошонда уҡ, Ким ауылында буласаҡ тормош иптәшен осратҡан. Сергей Николаевич Аксен колледжында математиканан уҡыта һәм “Сити-фермерлыҡ” оҫтаханаһы мөдире вазифаһын да алып бара.
Елена – фоторәссам ғына түгел, райондың иң көслө спортсы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе лә. Студент йылдарынан уҡ армспорт менән шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып күп тапҡыр еңеүсе һәм призерҙар рәтенә сыға. Бөтә Рәсәй ярыштарында һигеҙенсе урын яулай. Уҙған йыл Әлшәй районы профсоюз ойошмалары, хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләренең ҡышҡы спартакиадаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында көмөш призер булды.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй генә сарала ҡатнашһа ла, ул иң ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы, ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе фотоға төшөрөп ҡалырға тырыша.
Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.
Читайте нас: