Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
21 Ғинуар 2021, 13:00

Иң үҙенсәлекле карнавал костюмы - Ольга Морюшкола

Яңы йыл кәйефе тыуҙырыу өсөн районда йыл һайын иң үҙенсәлекле карнавал костюмына конкурс үткәрелә.

Конкурстың шарты ябай - үҙ ҡулдарың менән Яңы йыл костюмы тегергә һәм #иң үҙенсәлекле карнавал костюм хештегы менән фотоһүрәтте социаль селтәрҙәрҙә ҡуйырға кәрәк ине. Теләге булған һәр кем үҙ көсөн һәм фантазияһын һынап ҡарай алды.

Ижади ярышта утыҙҙан артыҡ оҫта ҡатнашты. Иң үҙенсәлекле кейем тегеүсене жюри билдәләне.

Гран-при бер тауыштан Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәге костюмеры Ольга Морюшкоға бирелде. Ольга Владимировна бер нисә Яңы йыл карнавал костюмы, улар иҫәбендә йыл символы ла бар, әҙерләгән. Пионерҙар йорто - беренсе, Отрада ауылынан Е. А. Бертан һәм Раевка 2-се урта мәктәбе икенсе урынға лайыҡ булды. Казанканан Тамара Федорова, Аксен ауылынан В. С. Лоренс һәм Шафран шифаханаһы мәктәп-интернатынан А. А. Ильясова өсөнсө урынға сыҡты.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: