Күптән түгел ул магазинда һатылмаған, бик үҙенсәлекле биҙәүестәр яһай башлаған.
Ҡатыны Неля Григорьевна ипләп кенә ҡумтанан биҙәүестәрен ала. Ҡыҙыл ҡашлы балдаҡ шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә, уны ошо байрам көндәрендә билдәләп үтелгән сираттағы туй юбилейына ире бүләк иткән. Неля ханымдың ҡулдарында – беләҙек, күҙ яуын алып торорлоҡ муйынсаҡ та таҡҡан. Бер генә ҡупшы ҡатын-ҡыҙҙа ла юҡ бындай биҙәүестәр, уларҙың бөтәһен дә һөйөклө ире эшләп биргән.
Ваншулиндарҙың йорто бик күркәм һәм уңайлы. Бәхетле парҙың күҙҙәренән нур бөркөлөп тора, бер-береһенә булған мөнәсәбәте һоҡландыра.
Улар 1962 йылда осраша. Икеһе лә үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашып йөрөй, киске уйында танышалар. Егет тә төҫ-башҡа матур, ҡыҙ ҙа сибәр, шундай наҙлы, килешле буй-һынлы. Шулай бына хәҙер биш тиҫтә йылдан ашыу вальс өйөрмәһендә бергә өйөрөлә улар. Тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын бергә йырып сығалар, иң яҡын һәм һөйөклө кешеләре – ҡыҙҙары Ольганы юғалтыу ҡайғыһын да бергә кисерәләр, ейәндәре Григорийға яҡшы тәрбиә биреп үҫтерәләр.
Ваншулиндар ғүмере буйы Раевка 2-се мәктәбендә эшләй. Неля Григорьевна хеҙмәт, һуңынан рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Ә Юрий Александрович тәүҙә йыр дәресен уҡыта, лаборант була һәм оҙаҡ йылдар тарих фәненән белем бирә, тарих уҡытыусыларының район методик берләшмәһенә етәкселек итә. Икеһе лә “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән.
Юрий Александровичтың өйөндә бәләкәй генә оҫтаханаһы бар. Күркәм биҙәүестәрҙе ошонда эшләй ҙә инде ул. Нәҙек кенә сымдан йөҙөктәр, кулондар яһай, уларҙы төрлө таштар менән биҙәй. Был биҙәүестәр магик көскә эйә. Һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше бар. Беләҙектәрҙе тиренән дә эшләй.
Тәҙрә төбөндә Неля Григорьевнаның яратҡан гөлдәре – орхидеялар сәскәгә күмелгән, эргәлә генә һөйөклө ире бүләк иткән сәйлән сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Ә гөлдәрҙең ниндәйе генә юҡ бында! Раузалар, астралар, йондоҙ сәскәләр, күгәрсен күҙҙәре, ромашкалар...
Ваншулиндарҙың йортон ҡулдан яһалған төрлө әйберҙәр ҙә биҙәй. Стеналарҙа тарихи темаларға арналған һырлап, сүкеп эшләнгән картиналар. Шкаф кәштәләрендә классик әҙәбиәт томдары һәм бөйөк рус шағиры А. С. Пушкиндың портреты урын алған. Картина ағасты һырлап биҙәкләп эшләнгән. Юрий Александровичтың тағы ла бер мауығыуы - балыҡ тотоу. Әйткәндәй, был - Ваншулиндарҙың уртаҡ яратҡан шөғөлө. Баҡсасылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнә улар, виноградтың төрлө сорттарын үҫтерәләр. Йәй көндәрендә баҡсала раузалар һәм башҡа төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала.
Юрий Александрович – ижади кеше. Тиҙ генә яңынан-яңы идеялар уйлап таба, ғәҙәти булмаған, үҙенсәлекле шөғөлдәрҙе тиҙ генә үҙләштерә һала.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.