Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
30 Декабрь 2020, 12:00

Яңы йылға - яратҡан уйынсыҡтар менән

Һеҙ мунсаға йөрөргә яратаһығыҙмы? Сәйер һорау, тиерһегеҙ, һәм “Ирония судьбы, или С легким паром!” фильмын хәтерегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, моғайын, унда төп герой Яңы йыл алдынан дуҫтары менән мунса ингәндән һуң, сит ҡалала, сит фатирҙа уянып китә… Юҡ, һүҙем был хаҡта түгел. Әммә темаһы бик яҡын.

Бөгөнгө мәҡәләм геройы – бик күп мауығыуҙары булған, оҫта ҡыҙ. Район үҙәгендәге “Сәскәләр” киоскыһында флорист булып эшләүсе Кристина Хафизова ойоҡбаштар, башлыҡтар һәм шарфтар ғына түгел, матур уйынсыҡ йәнлектәр, йәнһүрәт геройҙарын да бәйләргә ярата. Ҡасандыр миньондарҙы, айыу балаларын, эттәрҙе ҡыҙы Влада өсөн эшләгән, әйткәндәй, ул Үгеҙ йылында тыуған. Ә быйыл Яңы йыл байрамына Кристина бына шундай матур үгеҙҙәр бәйләгән, һеҙ уларҙы рәсемдә күрәһегеҙ. Был ябай әйберҙәр генә түгел, йомшаҡ уйынсыҡтар рәүешендә эшләнгән йыуғыстар әллә ниндәй көйһөҙ баланың да йыуынғанда кәйефен күтәрер.

Минең ҡулымда йомшаҡ һәм еңел генә матур уйынсыҡтар - алһыу төҫтәге Лунтик, һары Себеш, аҡ Үгеҙ... Гүзәллеккә ғашиҡ, һәләтле һәм асыҡ күңелле ҡыҙҙың һоҡланғыс ижад емештәре һәр кемдең кәйефен күтәрер.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: