Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
23 Декабрь 2020, 19:30

Кейеҙ тылсымы

Ғәйнәямаҡ ауылында йәшәүсе Наталья Сергеевна Ғәбиҙуллина йөн тетеү, иләү, кейеҙ баҫыу серҙәрен яҡшы белә һәм ғәҙәти булмаған композициялар ижад итә.

Уның эштәре ҡабатланмаҫ стиле менән айырылып тора. Башҡорт милли кейеме тегеү оҫталарының күптән түгел үткән “Тамға” халыҡ-ара конкурсында уның “Аҡ кейеҙ күлдәк” балалар кейеме коллекцияһына Польшала эшләп йөрөүсе билдәле рәссам-реконструктор Азат Ҡужин юғары баһа бирҙе һәм яҡташыбыҙҙы махсус приз менән бүләкләне.

Оҫтаның төрлө ижад емештәре бихисап. Ул “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар.” халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмә-фестивалендә ҡатнаша. Уның әйберҙәре Ғәйнәямаҡ ауылының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын да биҙәй. Наталья Сергеевна һәм республиканың башҡа кейеҙ баҫыусы оҫталары тураһында тураһында БСТ каналында “Аҡ кейеҙгә баҫһам” тип аталған фильм да күрһәтәләр. “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы директоры Кәримә Кайдалова ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ул.

Ленинград ҡалаһында тыуып, һуңынан Өфө ҡалаһында үҫеп буй еткергән ҡыҙ бөтә күңеле менән башҡорт халҡы мәҙәниәтен үҙ итә. Өфө ҡалаһының 2-се художество мәктәбендә уҡыған сағында уҡ ул халыҡ кәсептәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә. Ә бөгөн иһә һис икеләнеүһеҙ мәҙәниәт министрының үҙенә бүләк итерлек ғәжәйеп әйберҙәр ижад итә. Тап уның бейеүсе ҡыҙ һәм ҡурайсы егет төшөрөп эшләнгән кейеҙ картинаһын Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл клубын асыу тантанаһында Әминә Шафиҡоваға бүләк итәләр.

- Кейеҙ менән эшләгәндә бөтә донъяңды онотаһың, - ти Наталья Сергеевна. – Йөн менән эшләргә яратам. Йөндән дә, балсыҡ кеүек, нимә теләйһең, шуны әүәләп була.

Кейеҙгә булған ҡыҙыҡһыныу миндә бала саҡта уҡ уянғайны. Әсәйем Киров исемендәге Урман хужалығы академияһында бергә уҡыған курсташы Хәлиҙә арҡаһында Ленинградтан Өфөгә күсә. Йә көнө мин Хәлиҙә апайҙың әсәһе Йәмиғә әбейгә ҡунаҡҡа килә торғайным. Ул тирә-яҡҡа даны таралған оҫта кейеҙ баҫыусы һәм ҡымыҙ бешеүсе ине. Ошо кәсеп серҙәренә тап унан өйрәндем.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда эшләгән саҡта оҫталығымды тағы ла камиллаштырҙым. Пионерҙар йорто директоры Надежда Александровна Самойлова миңә кейеҙ эшенә ныҡлап тотонорға һәм түңәрәк асырға тәҡдим яһаны, шуның өсөн мин уға бик рәхмәтлемен.

Кейеҙ баҫыу нескәлектәрен оҫта балаларға ла өйрәтә. Дәүләт символикаһын белеү буйынса бөтә Рәсәй конкурсында уның тәрбиәләнеүсеһе Ильвина Муллағәлиева, кейеҙҙән эшләнгән Әлшәй районы гербын тәҡдим итеп, Рәсәй буйынса икенсе урын ала.

Хәҙер Наталья Сергеевна – эшҡыуар, Ғәйнәямаҡ ауылында ике аҙыҡ-түлек магазины асҡан. Әммә буш ваҡытында ул һаман ижад итеүен дауам итә. Ауылда боронғо йөн эшкәртеү ҡорамалын урынлаштырып, оҫтахана асырға хыяллана. Ире Филарис уға станокты йәй көнө эшләтеп ебәрергә вәғәҙә иткән. Сеймал ҡайҙан алам, тип аптырарға түгел, үҙҙәре һарыҡ, кәзә аҫырай. Хужалыҡтары ҙур, умарталыҡтары бар, йәйен баҡса еләге лә үҫтереп һаталар. Тормош иптәше Мәскәүгә барып та эшләп ҡайта.

Ғәбиҙуллиндар ете бала – алты ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер инде дүрт ейәндәре лә бар. Ике тапҡыр игеҙәк балалары була. Өлкәндәренең күптән үҙ ғаиләләре бар, ә бәләкәйҙәре – әсәһенең ярҙамсылары. “Тамға” конкурсына тәҡдим ителгән башҡорт кейеме коллекцияһын игеҙәк ҡыҙҙары Айгөл һәм Әҙилә күрһәткәндәр ҙә инде. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар әсәйҙәренән өйрәнеп үҙҙәре лә кейеҙҙән ҡабатланмаҫ әйберҙәр әҙерләүҙә ихлас ҡатнаша.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

Читайте нас: