Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
18 Декабрь 2020, 18:30

Иҫ киткес риүәйәт-ҡобайыр!

Әлшәй районының Ҡыпсаҡ -Асҡар урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Кәримов Данияр Данил улы һәм 6-сы класс уҡыусыһы Әхмәтова Эльвина Фәрүәз ҡыҙы яҙып алған әкиәт. Әкиәт-ҡобайыр Муллағолова Минзилә Зөфәр ҡыҙынан -(1969 й.) һәм уның әсәһе Әхмәтова Зөһрә Арғынбай ҡыҙынан яҙып алынған.Етәксеһе Муллағолова Минзилә Зөфәр ҡыҙы .

Зөһрә ҡыҙ һағышы.
Сатыр ғына тауҙың итәгендә,
Йәмле генә Димдең буйында,
Аҡ йорттары теҙелеп киткән ауыл –
Ҡыпсаҡ-Асҡар тигән төбәктә
Һоҡландырып барса кешеләрҙе
Йәшәгән,ти,күркәм бер ғаилә.

Был ғаиләлә тыныс тор мош
Идаралыҡ иткән, ти.
Ете улға,кескәй Зөһрә ҡыҙға
Улар ғүмер бүләк иткән,ти.

Бер көн шулай ҡара ҡайғы килеп
Тәҙрәләрен сиртеп киткән,ти.
Аталарын –яңғыҙ,балаларын йәтим итеп
Инәләре ташлап киткән,ти.

Үгәй инәй килгәс тә был йортҡа
Үҙ тәртибен талап иткән. Ти.
Йәтимдәрҙең күҙ йәштәрен түгеп,
Бер туҡтауһыҙ ҡанын эскән,ти.

Эй,уҫал да булған үгәй инәй!
Аямаған ете малайҙы.
Иң кескәйе булған Зөһрә ҡыҙға
Яҡты көндәр инде ҡарайҙы.
Ете ағаһының яҙмышы ла
Аяныслы тамамланған,ти.
Үгәй инәһенең ҡарғышынан,
Күккә ашып,йондоҙ булған,ти.
Зөһрә ҡыҙҙа үгәйгә ярарға
Көнө-төнө хеҙмәт иткән,ти.
Сәсе менән ерҙе һеперһә лә
Донъя эше һис бер бөтмәй,ти.
Зөһрә төнөн Димдән һыу ташыған,
Тишек тәпән һис бер тулмай,ти.
Ярты төндә Күгиҙел буйына
Көйәнтә-биҙрәләрен ҡуйған,ти.
Ауыр яҙмышына түҙә алмай
Йөрәк өҙгөс итеп илай ,ти:
“Һиңә килдем Димкәйем,
Инде ни хәл итәйем?!
Үгәй инәй ҡулдәрына
Ташлап китте инәйем.
Үгәй инәй әрләйҙер
Атай бер ни белмәйҙер.
Күгиҙелем-Димкәйем,
Һиңә сисәм серкәйем
Үҙ инәйең булмағас,
Үҙ атайың ят була”.

Зөһрә ҡыҙҙың моңло тауышын
Күгиҙел дә аҡмай тыңлай,ти.
Дим талына ҡунған һпндуғакс та
Һайрауынан хатта туҡтай,ти.

Ярты төндә бөтә донъя йоҡлай,
Ҡыҙҙың хәлен бер кем белмәй,ти.
Һыу буйынан ҡайтҡан зарлы ҡыҙҙы
Ҡаршы алып эте өргән,ти.
Ҡаңғылдаған ҡаҙы,
Мыяулаған бесәй,
Тулған айы ҡарап торған,ти.

“Мыяула, бесәйем,мыяула
Өр,көсөгөм,өр,
Ҡаңғылда,ҡаҙым,ҡаңғылда,
Һеҙҙән башҡа минең хәлде
Бер кем белмәй шул”,-
Тип илап ебәргән,ти,Зөһрә.
Күҙ йәштәрен түккән етем ҡыҙҙың
Хәлкәйҙәрен бер кем белмәй,ти.
Һауалағы тулған айҙы күреп
Зөһрә ҡыҙый былай тигән,ти.
“Тулған айым,күр мине,
Үҙең менән ал мине.
Үгәй инәй ғазабынан,
Был донъяның михнәтенән
Ҡотҡар инде һин мине.
Мин ай ҡыҙы булайым,
Зөһрә йондоҙ булайым.
Ете ағайым-ете йондоҙ
Яндарында булайым,
Һинең менән булайым”-
Тип һамаҡлап ебәргән,ти.

Тулған ай ҙа быға шаһит булған,
Барыһын да күреп торған,ти.
Ер ҡыҙының һамаҡтарын тыңлап,
Ул былай тип телгә килгән,ти
“Эй,ҡыҙсығым,ҡыҙғынам,
Һине күптән ҡыҙғанам
Һин ер ҡыҙы бит балам,
Һине ерҙән айырырға
Минең хаҡым юҡ,балам.
Эй,ҡыҙсығым,ҡыҙғынам,
Һиңә минең янда йәшәү
Ауыр булыр бит,балам.
Тыуған ерҙән айырылғас
Ҡыйын булыр бит,балам.
Кире боролоп ҡайтырыңа
Ундай юлдар юҡ,балам.
Ныҡлап уйла һин,балам”.

Мең ғазаптар күргән Дим һыуҙары
Зөһрә ҡыҙҙың хәлен белмәй,ти.
Ҡыҙ күңелен аңлап,тулған айы
Үҙ янына алырға булған,ти.
Зөһрә ҡыҙы көйәнтәһен элеп
Күгиҙелдең буйына килгән,ти.
Һуңғы тапҡыр һаубуллашыу йырын
Былай тиеп дауам иткән,ти.
“Күгиҙелем-Димкәйем,
Һиңә сисәм серкәйем.
Ете ағайым-ете йондоҙ
Яндарына китәйем.

Арҡылысағылым,шаулама,
Мине эҙләп даулама.
Сатыр,Сусаҡ тауҙарым,
Мине һағынып илама.
Мин ай ҡыҙы булайым,
Зөһрә йондоҙ булайым.
Күктимерем,Күсембәтем,
Зөһрә ҡыҙһыҙ ҡалаһың.
Сатыртауым-ҡалҡан тауым
Һин дә яңғыҙ ҡалаһың.
Атаҡайым-ата ҡаҙым,
Бер балаһыҙ ҡалаһың”,-
Тип һамаҡлаған,ти.
Был ваҡытта ел дә иҫмәй тын ҡалған,ти,
Һандуғастар һайрауынан туҡтаған,ти.
Моң-зарҙарҙы ишетеп аҡҡан Күгиҙел дә
Тулҡынланмай,ағыуынан туҡтаған,ти.
Күпкә шаһит Сатыртау менән Эткенәй ҙә,
Сер һандығы-Сусаҡтау һәм Күсембәт тә
Был әрнеүле күренеште күтәрә алмай
Мәңге ғорур баштарын,ти,түбән эйгән.

Шул минутта бөтә донъя ялт иткән,ти,
Тирә-йүнде нурға күмеп,
Күктимергә зәңгәр күктән
Баҫҡыс-баҫҡыс баҫма яһап
Ете йондоҙ-ете ағай
Ер өҫтөнә килеп төшкән,ти.
Туғандары-Зөһрә ҡыҙҙы
Үҙе менән алып киткән,ти.
Ҡош юлынан Зөһрә йондоҙ менеп киткән
Тулған айға урынлашып,шунда ғүмер иткән,ти.
Тыуған ерен һағыныуҙан түҙә алмай
Күҙ йәштәре ямғыр булып яуа икән.
Күктән ергә көмөш нурын һибә икән,
Ҡара төндә яҡты йөҙө балҡый икән.
Яҙмышҡайы һағышлы булһа ла,
Шатлыҡты һәм яҡтылыҡты
Кешеләргә бөркә икән.
Донъя шулай мәңгелеккә бара икән!
Читайте нас: