Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
17 Декабрь 2020, 14:05

Шиғриәт уның өсөн мауығыу ғына түгел, күңел торошо ла

Минең алдымда республика шағирҙарының, шул иҫәптән яҡташыбыҙ, Раевка ауылында йәшәүсе Эльза Шевяхованың иң яҡшы әҫәрҙәре ингән шиғри йыйынтыҡ ята.

Уның ижад емештәре «Әлшәй хәбәрҙәре», «Бәләбәй хәбәрҙәре», «Крестьянская застава» гәзиттәре биттәрендә, педагогтарҙың Бөтә Рәсәй интернет-кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙың ижади эштәренән торған махсус йыйынтыҡта баҫылып сыҡты. Өс тапҡыр төбәк-ара “Илһам шишмәләре” шиғри фестивалендә ҡатнашып, “Шағир һәм ваҡыт” һәм “Две-три цветаевские нотцы” номинацияларында ике тапҡыр еңеүсе булды.

Уның өсөн шиғриәт – мауығыу ғына түгел, ә күңел торошо ла. Эльза Шамил ҡыҙының шиғырҙары күңелендә хис-тойғолары ташып, илһам килгәндә тыуа. Лирик әҫәрҙәрен иң беренсе баһалаусылар - тормош иптәше һәм улы. Мин “физик та, лирик та”, - ти үҙе хаҡында Эльза Шевяхова.

44-се мәктәптә уҡыған сағында, класс етәксеһе Евдокия Парфильевна Вырмаскина кеүек математика уҡытыусыһы булырға хыяллана ул, әммә әҙәбиәткә, нәфис һүҙгә булған һөйөүе үҙенекен итә. Уның ижади һәләтен һоҡланғыс уҡытыусы Валентина Петровна Вырмаскина аса. Тап уның йоғонтоһонда Эльза рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлай. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып, туған мәктәбенә эшкә ҡайта һәм бына утыҙ йылдан ашыу үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Директорҙың фәнни-методик, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, район мәғариф бүлегенең методика кабинеты етәксеһе вазифаларын башҡара, әммә уның төп булмышы – уҡытыусы булыу.

Эльза Шамил ҡыҙы - «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, «Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре». “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булараҡ, 2006, 2011, 2018 йылдарҙа Рәсәй Президенты грантына эйә булды. Шулай уҡ былтыр “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республика конкурсында еңеп тә грант алды.

Эльза Шамил ҡыҙы 1999, 2006, 2010, 2018 йылдарҙа “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ бәйгеләренең муниципаль этабы еңеүсеһе һәм 2006 йылда республика кимәлендәге конкурс номинацияһы еңеүсеһе булды.

Шиғриәт менән ул үҙе лә мауыға, балаларын да ижадҡа әйҙәй. Тәүге шиғырҙарын Эльза һигеҙ йәшендә ҡағыҙға төшөрә. Владивостокта йәшәгән ағаһы хәрби летчик Нәжип уларға иң беренсе булып баһа бирә. Әйткәндәй, ул үҙе лә ижад ғашиҡ кеше, хәрби хәбәрсе булып эшләй. Ә бөгөн Эльза Шамил ҡыҙы үҙе ижади һәләтле балаларҙың остазы, «Орфей» театр түңәрәгенә етәкселек итә.

Ижад өсөн дәрт, илһамды ҡайҙан ала һуң ул? “Уйламағанда күңелдә шиғыр юлдары тыуа һәм улар аҡ ҡағыҙ битенә күсә. Мин тормошто икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр күге, ҡоштар һайрауы, алһыуланып атҡан таңдары, айлы кистәре, мәңге йәшел урмандары өсөн яратам. Яҡындарыма булған һөйөү хистәре миңә илһам, йәшәү көсө бирә”, - ти ул.

Студент йылдарында яратҡан шағиры Михаил Юрьевич Лермонтовҡа оҡшарға тырыша. Мәктәптә эшләгән осоронда Владимир Маяковскийҙың лирикаһына икенсе күҙлектән ҡарай башлай һәм үҙенсә яратып өлгөрә. Марина Цветаеваны Бәләбәйҙә театр фестивалендә ҡатнашҡандан һуң, яңынан, икенсе яҡлап аса. Музейҙағы сәйәхәттән һуң, күңеленә тыуған тәьҫораттар шағирә тураһында “Марина” шиғырҙар циклы булып урғылып сыға.

Эльзаның донъялағы иң ҡәҙерле кеше – әсәйҙәр тураһындағы шиғырҙарынан айырыуса йылылыҡ һәм наҙ бөркөлә. “Басни” циклында ул кешеләрҙең етешһеҙлектәрен асып һала. Бик күп шиғырҙары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған. Талантлы яҡташыбыҙ Эльза Шамил ҡыҙының бөтә ижады тыуған еренә, яратҡан эшенә, уҡыусыларына һөйөү менән һуғарылған.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

Читайте нас: