Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
10 Декабрь 2020, 12:00

Күңел йылыһын өләшеп

Мәндән ауылында йәшәүсе тынғыһыҙ, ижади ҡарашлы Мәнсүрә Әкрәм ҡыҙы Ғәлиеваның ҡулдарында ут уйнай. Төрлө төҫтәге сағыу ептәрҙән ғәжәйеп матур биҙәктәр һалып бәйләнгән әйберҙәренә ҡарап һоҡланып туйғыһыҙ.

Мәнсүрә Әкрәм ҡыҙы Әбйәлил районының хозур тәбиғәтле Рыҫҡужа ауылында тыуып үҫкән. Мәндәнгә ул йәш кенә килеш, Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып килә.
- Ғаиләлә беҙ һигеҙ бала үҫтек – ағайым һәм беҙ, ете ҡыҙ. Бәләкәйҙән ҡул эшенә өйрәнеп, ойоҡбаш, бейәләйҙәрҙе үҙебеҙ бәйләп кейҙек, - тип хәтерләй бала сағын Мәнсүрә апай.
Мәнсүрә Әкрәм ҡыҙы бөтә ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлай – 38 йыл Мәндән балаларын белем юлынан әйҙәй. Йөҙләгән баланың тәүге уҡытыусыһы була ул. “Ни сыҡһа, беҙҙең Мәнсүрәнән сыға”, - тип һоҡлана уның менән хеҙмәттәштәре. Уҡытыуҙың яңы алымы булһынмы, заманса йыһазлау төрө булһынмы, дәрестәрҙең яңыса төҙөлөшөмө, бығаса күрелмәгән кластан тыш саралар булһынмы – уларҙы иң тәүҙә Мәнсүрә Әкрәм ҡыҙы уңышлы үҙләштерә. Йәш коллегалары өсөн дә ҙур үрнәк булып тора ул. Һәр бала күңеленә юл таба белгән, уларҙың ижади һәләтен үҫтереүсе уҡытыусы булараҡ, ул мәктәптә “Тамсыҡай” ҡурсаҡ театры ойоштора. Ул эшләгән дәүерҙә күпме уҡыусы ошо театр юлы аша үткән икән!? Ҡурсаҡ түңәрәгенә йөрөүсе балалар театр коллективтарының республика фестивалендә лә еңеү яулаған.
- Балалар менән ниндәй генә ҡурсаҡтар эшләмәнек. Ҡатырғанан, фанерҙан, ҡағыҙҙан, – тип был йылдарҙы айырыуса йылы тәьҫораттар менән иҫкә ала уҡытыусы.
Мәктәп театрында үткән күнекмәләр бушҡа ғына булмай. Уҡыусылар араһында сәнғәт юлынан киткәндәре лә бар. Динара Ғимаҙиева – Туймазы татар дәүләт драма театры актрисаһы, Гөлмирә Ситдиҡова – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры методисы. Әйтергә кәрәк, йыр-моңға маһир, дәртле лә, шаян да Мәнсүрә Әкрәм ҡыҙы үҙе лә Мәндән ауылы мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективы ҡуйған тамашаларҙа һәр саҡ теләп ҡатнаша.
Ҡурсаҡтарынан Мәнсүрә апай бөгөн дә айырылмай, әйткәндәй, уның тағы ла бер теләге тормошҡа аша - һуңлап булһа ла ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнә. Бөтә күңелен һалып башлыҡ һәм шарфтар, пинеткалар, костюмдар, күлдәктәр, комбинезондар, япмалар, сумкалар, шкатулкалар, шәлдәр һәм, әлбиттә, ҡурсаҡтар бәйләй. Күңел йылыһын биреп бәйләгән әйберҙәрен бүләк итеп таратып тора. Бигерәк тә ейән-ейәнсәрҙәренә береһенән-береһе ҡупшы кейем, сағыу ҡурсаҡтар бәйләргә ярата ул.
Бына шулай алыҫ Әбйәлил тарафтарынан татар ауылына килен булып төшкән башҡорт һылыуы ауылдаштары араһында үҙенең булдыҡлылығы, уңғанлығы менән абруй ҡаҙанып, бөгөн дә ижадҡа ғашиҡ булып, кешеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәй.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Мәнсүрә Әкрәм ҡыҙы Ғәлиева һәм уның ҡул эштәре.
Читайте нас: