Донъяла тәүге фотоһүрәт төшөрөлгәнгә бик күп йылдар үткән. Хәҙерге заманда һәр беребеҙҙең йылдар аша халыҡ тормошо, ваҡиғалар һәм төрлө хәлдәр, үҙебеҙ тураһында фотоһүрәт ярҙамында һөйләү мөмкинлеге бар.
“Раевка тормошонан бер көн” фото бәйгеһендә йыл һайын балалар һәм өлкәндәр әүҙем ҡатнаша. Ә уның тарихы былай. 2000 йылда Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Объектив” фототүңәрәгенә йөрөүселәр педагогтары менән бөтә Рәсәй фотофестивалендә ҡатнашты. Бәйге эштәренең береһе – блиц-конкурс – Һамар өлкәһенең Волга йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо ауылында үтте. Унан ҡайтҡас, шул уҡ йылдың көҙөндә үҙебеҙҙә лә “Раевка тормошонан бер көн” тип аталған блиц-конкурс уҙғарҙыҡ. Ошо көндән алып бәйге традицияға әйләнде.
Сара башланыр алдынан балалар менән “Фотокомпозициялар әлифбаһы” темаһына оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Шунан конкурсанттар Раевка урамдары буйлап алтын көҙҙөң һоҡланғыс мәлдәрен, ауыл тормошоноң бер көнөн төрлө жанрҙарҙа фотоға төшөрә. Был - архитектура һәм скульптура объекттарын ҡыҙыҡлы ракурста төшөрөү, иҫ киткес фотопортреттар, бай пейзаждар, күп төрлө йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһы...
Фотоһүрәт сәнғәтенә юл еңел түгел, әммә мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы. Был эшкә ижади ҡарап, белеп тотонорға кәрәк. Фотоаппарат ярҙамында тормоштоң һоҡланғыс миҙгелдәрен бер аҙға ғына туҡтатып тороу - үҙе бер мөғжизә!
Зилә ЙӘЛИЛОВА,
Пионерҙар йорто педагогы.