Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
10 Октябрь 2020, 12:30

Ижадҡа ғашиҡ Анастасия

Аксен агросәнәғәт колледжында талантлы, әүҙем егет һәм ҡыҙҙар белем ала. Улар араһында олимпиадаларҙа, төрлө ижади һәм спорт конкурстарында еңеүселәр һәм призерҙар бар. Шундай һәләтле студенттарҙың береһе - Анастасия Михайлова.

Ҡыҙ – буласаҡ ашнаҡсы, колледждың икенсе курсында “Ашнаҡсы-кондитер” белгеслеге буйынса белем ала. Эшһөйәр, баҫалҡы һәм тырыш ҡыҙға уҡыу еңел бирелә, ул – уҡыу алдынғыһы, - тип ҡылыҡһырлай студент ҡыҙҙы колледждың Раевка бүлексәһе мөдире Зилә Әхмәтйәнова.

Анастасияның бешеренеү һәләтенән тыш, матур итеп һүрәт төшөрөүә маһирлығы ла бар. Колледждың стеналары уның сағыу эштәре менән биҙәлгән.

- Бәләкәй саҡтан хәтерләүемсә, апайым һүрәт төшөрөргә ярата ине. Мин дә, моғайын, уға оҡшарға тырышып, ҡулыма бумала алғанмындыр. Үҙемде белгәндән алып һүрәт төшөрөү менән мауығам, - тип йылмая Анастасия.

Ҡыҙҙың һәләтен педагогтары һәм курсташтары ғына түгел, ә ижади бәйгеләрҙең жюри ағзалары ла юғары баһалай. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған эштәре өсөн ҡыҙ бер юлы бер нисә призға лайыҡ була. Ул – агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы үткәргән “Хәтер үлемһеҙ” конкурсы еңеүсеһе, һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында ойошторолған “Йәнле бумала” конкурсы призеры.

Настя күберәк ҡәләмдәргә һәм акварель буяуҙарға өҫтөнлөк бирә. Ул сағыу төҫтәр ярата һәм төҫлө портреттарҙы төшөргәндә шуларҙы нығыраҡ ҡуллана. Һуңғы ваҡытта гуашь һәм акрил буяуҙар ҡулланыу тураһында уйлана. Әммә ҡыҙҙың төп материалы – ҡағыҙ һәм ябай ҡәләм. Ә яратҡан темаһы – ысын тормоштан, кино һәм йәнһүрәттәрҙән алынған геройҙар, үҙ фантазияларында тыуҙырылған төрлө кешеләр.

- Уйҙарымды шунда уҡ ҡағыҙға төшөрә барам. Сөнки уй-хәялдарҙың сиге юҡ, - тип һүрәт төшөрөү серҙәре менән уртаҡлаша буласаҡ ашнаҡсы һәм рәссам.

Аксен агросәнәғәт колледжы студенты Анастасия Михайлова киләсәктә эшһеҙ ҡалмаҫ, моғайын. Эйе, зауыҡлы аш-һыу әҙерләү – ашнаҡсы һөнәре өсөн төп талап. Ә бына ижадҡа ғашиҡ рәссам-ашнаҡсылар бик йыш осрамай.

Читайте нас: