Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
7 Сентябрь 2020, 19:00

Япраҡ яҙмышы. Гөлнур Ғиззәтуллина

Бөрө ине ҡасандыр йәш япраҡ, Йәй үткәйне - инде һарғайҙы. Һарылығы һаман-һаман әле Хәтерләтеп тора яҙҙарҙы.

Һары бәпкә, һары умырзая,
Яҙ төҫөнөң йәме - күбәләк...
Ыуыҙ япраҡ өсөн һәммә донъя
Ҡояш ине - йылы, түңәрәк.



Ләкин көҙгө елдәр һарылыҡты
Үҙ йөҙөнә һирпкәс һиҫкәнде:
Үттеләме, шулай үттеләме?
Һиҙмәй ҡалды ергә төшкәнде.


Яҙмыш еле осорҙо алыҫҡа -
Ҡайҙа барып, ҡайҙа еткәндер.
Аяҡ аҫтарында тапалдымы?
Әллә тупраҡҡамы түшәлде?..


Минең дә бер ваҡыт көҙөм килер,
Ишек шаҡып инер, ҡулын бирер,
Һәм дә ҡалыр кире китмәҫкә...
Ә тәбиғәт яңынан йәшәрер
Яҙы килер - ҡышы үткәс тә,
Бөрө генә булыр тыуыр япраҡ...
Читайте нас: