Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
15 Июль 2020, 21:00

Алиса Тильда ҡурсаҡтары илендә

Беренсе эше үк Алисаны илһамландыра һәм әле, оҫта үҙе әйтеүенсә, был эштән уны туҡтатып та булмай.

Ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмаған инженер-геофизик һәнәренә эйә, әле аспирантурала белем алыусы талантлы ҡыҙ үҙ аллы изоляция ваҡытында ҡурсаҡтар тегеү менән мауыға башлай.

Беҙҙең геройыбыҙҙың бөтә донъяға билдәле Мөғжизәләр илендәге Алиса менән оҡшаш яҡтары күп. Ул да шундай уҡ ҡыҙыҡһыныусан, изге күңелле, әҙәпле һәм хыялланырға ярата. Шулай уҡ бик эшсән дә үҙе. Алиса Дәүләтова Шафран ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте алтын миҙалға тамалағандан һуң Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә. Бала сағында туғандары ла, уҡытыусылар ҙа ҡыҙҙың ҡул эштәренә битараф булыуына иғтибар итә. Алисаны барыһынан да нығыраҡ спорттың әүҙем төрҙәре – футбол, баскетбол, волейбол, ҡаҡма туп ҡыҙыҡһындыра, ә уҡыуҙа теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә.

-Бер урында ғына ултырып ниҙер эшләргә бөтөнләй түҙемлегем юҡ ине. Мәктәптә уҡығанда бәйләргә, тегергә, хеҙмәт дәресендә матур әйберҙәр эшләргә, һүрәт төшөрөргә бөтөнләй оҫталығым да юҡ ине, - тип йылмая ҡыҙ.

Университетта уҡыған осорҙа, унда ҡыҙ инженер-технолог һөнәрен үҙләштерә, техник дисциплиналарҙан һуң ҡул эштәренә бөтөнләй ваҡыты ҡалмай. Студент йылдарында Алисаға студенттарҙы алмаштырыу программаһы буйынса өс тапҡҡыр Америка Ҡушма Штаттарына барырға тура килә: унда эшләй , инглиз телен өйрәнә, сит ил мәҙәниәте менән ныҡлап таныша. Әле иһә бына алтынсы йыл инде ҡыҙ вахта ысулы менән Алыҫ Себер яҡтарында эшләп йөрөй. Ул – халыҡ-ара “Шлюмберже” компанияһы инженер-геофизигы. Оҙайлы эш сменаһынан һуң ваҡытты тиҙерәк үткәреү өсөн инглиз телен, шулай уҡ испан телен өйрәнеүен, спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә. Көндәрҙең береһендә ҡул эштәренә лә сират етә.

-Барыһы ла әхирәтем ял иткәндә сигеү менән шөғәлләнергә кәңәш биргәндән һуң башланды. Мин тәүге тапҡыр ябай ғына төрлө төҫлө ептәрҙән һоҡланғыс картиналар ижад итергә мөмкин икәнлеген күрҙем. Был мине ҡыҙыҡһындырҙы, илһамландырҙы. Тиҙҙән яңы тыуған сабыйҙар өсөн тыуыу тураһында таныҡлыҡтар сигә башланым. Тәүҙә әхирәттәремә – йәш әсәйҙәргә бүләк иттем, шунан заказдар ҙа бирә башланылар, - тип һөйләй ҡул эштәре оҫтаһы.

Ә бына һуңғы ваҡытта Алиса күңелендә генә Тильда ҡуяндарын тегеп ҡарарға булған. Кемдәр белмәй,уларға аңлатып үтәйек, 1990 йылдар аҙағында Норвегияла йәшәүсе рәссам һәм дизайнер Тоне Финнангер, артабан бестселлерлы модель булып киткән, тәүге сепрәк ҡурсаҡ тегә. Егерме йыл эсендә был ҡурсаҡтар бөтә донъяға таныла. Һоҡланғыс ҡурсаҡтар тиҙ арала бөтә ҡул эше оҫталарында популярлыҡ яулай.

Күптән түгел Алиса ла ошо ҡурсаҡтарҙы тегеп ҡарарға йөрьәт итә: әҙер өлгөләр йыйылмаһы, туҡыма һатып ала алыуын, әммә вахта ысулы менән эшләгәс, тегеү эшенә тотонорға ваҡыты етмәй. Уйламағанда коронавирус инфекцияһы таралып, үҙ аллы изоляция башланғас, ул. хыялын тормошҡа ашыра – тәүге Тильда уйынсыҡ ҡуяндарын тегә. Тәүҙә әҙер өлгөләр буйынса эшләһә, артабан туҡыманы үҙе һайлай һәм моделдәрҙе лә үҙе уйлап сығара башлай. Беренсе эше үк Алисаны илһамландыра һәм әле, оҫта үҙе әйтеүенсә, был эштән уны туҡтатып та булмай.

-Уйынсыҡ тегеү өсөн киндер туҡыма ҡулланам, кейемдәренә етен, ситса, мамыҡ, бәз - асыҡ төҫлө туҡымалар һайлайым, ә һуңғы тапҡыр уйынсыҡ ҡуянды джинсы материалынан тектем, бик матур килеп сыҡты! - тип йылмая оҫта.

Бөгөн Алисаның коллекцияһында ун биш уйынсыҡ ҡуян йыйлған. Ҡыҙҙың ниәте – төрлө туҡымалар менән эшләп ҡарау һәм тағы ла ҙурыраҡ размерлы ҡурсаҡтар тегеү. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты аспирантураһының геофизика кафедраһында уҡыуын тамамлау. Был талантлы ҡыҙға һөнәри һәм ғилми эшмәкәрлегендә түгел, ә ҡул эштәрендә лә түҙемлек һәм тырышлыҡ теләйһе килә, сөнки был шөғөл,оҫталар әйтмеүенсә, мауығыусылар сәнғәте, ул, һис арттырыуһыҙ, ювелир оҫталығы талап итә.

Читайте нас: