Беҙҙең урамда ғүмерҙә күренгәне юҡ. Берәйһен-маҙар юллап йөрөмәйме икән? Күҙенә улы салынды. Уныһы шым ғына смартфонында соҡона. Былтыр армиянан ҡайтҡайны, әле ҡалала эшләп йөрөй, ике-өс көнгә ял биргәндәрме шунда?
Барый тағы бер үтте. Ҡайырылып, тәҙрәгә ҡараны. Юҡ, бында нимәлер бар.
– Айҙар, әллә бер-бер эш ҡылдыңмы? – тине улының күҙҙәренә тишеп ҡарап. – Тәҙрәгә күҙ һал әле. Таныйһыңмы?
Малай тәҙрәгә ҡапланды һәм шунда уҡ йөҙө үҙгәргәне һиҙелде.
– Юҡсы, атай, бер ни ҙә түгел.
– Ҡара уны, өйләнәм, тип ауыҙыңды ла асма. Ағайың менән еңгәңде саҡ башҡа сығарҙым. Саҡ ҡына көт.
Түр яҡ бүлмәнән ҡатыны Хәмиҙәнең тауышы ишетелде.
– Ҡарап ҡарарбыҙ, өйләнешәбеҙ, тип килеп керһәләр, нисек йырларһың икән?
Ғәлим урамға сыҡты, Барый үткән яҡҡа ҡараны, тегеһе, шуны ғына көткәндәй, шәп-шәп атлап, бында килә башланы.
– Ни хәл, Ғәлим?
– Һаумы, Барый.
Иҫәнләштеләр, һүҙ артынан һүҙ сығып, кисәге хоккейҙы иҫкә төшөрҙөләр. Ҡапҡасыны әрләп алдылар. Ҡабаланыр урындары юҡ, ҡышҡы мәл, эш юҡ.
– Ярай, – тине Ғәлим, – дөрөҫөн әйт: беҙҙең урамда нимә аңдып йөрөйһөң?...
– Теге, ни бит әле... Тегеләр ниткәндәр бит...
– Тағы нимә ниткәндәр?
– Шулай шу... Әсәһе әрләп тә ҡараны, мин ҡыҫылманым инде. Әйҙә, бисәләр үҙ-ара хәл итһен.
– Ә ниңә өйгә инмәйһең? – тине Ғәлим.
– Кеше әллә нимә тиер. Үҙең нимә уйлайһың һуң?
– Мин нимә уйлайым? Ниткәндәр икән, үҙҙәре уйлаһындар! –тине Ғәлим бәхәсте низағҡа күсерергә ниәтләп.
Барый ыһ та итмәне:
– Мин дә шулай уйлайым. Улар өсөн мин ниә нитергә тейеш?
– Ә ниә бальнисҡа ебәрмәйһең? Аҡсаңды йәлләйһеңме?
– Эш аҡсала булһасы. – Барыйҙың тауышы мөшкөлләнде. – Әсәһе ҡаршы. Берәүҙе нисек тә ҡарарбыҙ әле, ти.
– Ҡарағыҙ, әтеү. Минең башҡа эштәрем дә етерлек.
– Ярай, улайһа, әсәһенә лә шулай тип әйтермен. Малайың һиңә әйттеме һуң?
– Нимәне әйттеме һуң? Барыйҙың ҡыҙын ниттем, тип әйтһенме?
Ошо урында бәхәс артабан да ҡуйырырға тейеш ине. Дөмбәҫләшеү булмаһа ла, һис юғы, этеш-төртөш менән сикләнергә тейеш һымаҡ. Барый эстән ҡайнай, билләһи, кәрәсин һипһәң, гөлт итеп тоҡанып китер ине. Ул ғүмерҙә булмаған һабырлыҡ күрһәтте.
– Ярай, – тине ул шым ғына, – бәпес тыуғас, килеп, күрһәтегеҙ, тип йөрөрһөң әле.
– Тыуһын. Ҡарарбыҙ... – тип Ғәлим өйөнә инеп китте.
Хәмиҙә ирен ишек төбөндә үк ҡаршы алды.
– Йә, беҙгә килгәнме? Нимә кәрәк? – тине ҡатыны түҙемһеҙләнеп.
– Айҙар ҡайҙа?
– Тәҙрәнән һинең Зиләнең атаһы менән һөйләшеп тороуыңды күреү менән, тиҙ генә кейенде лә, баҡса яғына сыҡты һәм туҡталыш яғына ыңғайланы.
Ғәлим туҡталыш яғына күҙ һалды һәм “Газель”дың ҡуҙғалып киткәнен күреп ҡалды.
– Ҡасты йүнһеҙ малай. Үҙен эҙләп, ҡалаға барырға тура килерме икән?
– Нимә тине Барый? Ҡасан һоратырға киләһегеҙ, тиме?
– Әллә һин беләһеңме? – Ғәлим ҡатынына ҡараны. – Ниңә миңә әйтмәнең?
– Уның нимәһен әйтәһең? Мәктәптә уҡығанда уҡ йөрөнөләр, армиянан көтөп алды. Хәҙер икеһе лә ҡалала, “Магнит”та эшләп йөрөй, тиме? Так что, атаһы, бына һиңә яңы күлдәк, Айҙар менән икегеҙгә бер иштән алдым... Туйға әҙерләнәйек, башҡа юлын күрмәйем, – тип көлә-көлә ҡыҙыллы-зәңгәрле шаҡмаҡлы күлдәк сығарҙы.
– Һуң, шуны әҙәмсә эшләп булмаймы?
– Әҙәмсәһе нисек була һуң?
– Нисек әйтергә? Икәүләп киләләр, өйләнешергә рөхсәт һорайҙар. Туй хаҡында һөйләшәләр.
– Үҙең һуң, үҙең... Рөхсәт һорап йөрөнөңмө? Туй хаҡында һөйләштеңме? Уф, кит, бында һөйләп торма, туңбаш! Ана, бар, утыныңды ярып ҡуй, һыуынырһың!
Ғәлим уйланды. Бисәһе дөрөҫ әйтә шул. 92-се йыл өйләнешкәйнеләр. Аҡса юҡ ваҡыт. Арлы-бирле итеп ЗАГС-ҡа барып, этеп-төртөп, туйҙы саҡ үткәреп ебәрҙеләр. Ҡураһына күҙ һалды. Былай күҙ һалырлыҡ. Алты һыйыр, ун башмаҡ мөңрәп тора. Ҡырҡлап ҡаҙы ла бар. Анау ике һыйырҙы, ике башмаҡты бысаҡларға тура килерме икән. Баҙарҙа хаҡ та төштө, тинеләр. Ҡуй, ҡабаланмай тор әле. “Вайна план пакажет”, – тине эстән генә.
Ә кисен, күҙ бәйләнгәс, Барыйҙар йәшәгән яҡҡа, Үрге урамға, ыңғайланылар. Эш менән булып, был яҡҡа байтаҡтан бирле килгәндәре юҡ икән. Барый ихатаһын йәшел тимер менән уратып алған булған, ҙур ҡапҡа ҡуйған, уныһы ла тимерҙән. Ҡоймаға һыйынып, ап-аҡ ҡына “Жигули” ултыра. Килеп ҡапҡа шаҡығайнылар, урам яҡта ут янды. Йыһаннур ағайҙың һөйләнә-һөйләнә сығып килгәне ишетелде.
– Кем бар унда? – тине ул кәшкелдәй-кәшкелдәй.
Ир менән ҡатынға кемуҙарҙан яҡтынан ҡасыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Үҙең әйҙә лә, әйҙә, тип ҡабаландырҙың, үҙең өйөн дә белмәйһең, – тип мөңрәне Ғәлим.
– Мин һиңә почтальонмы ни? – тине ҡатыны көлә-көлә.
– Машинаһы булһа, беҙҙең яҡҡа йәйәү килмәҫ ине, – тине ир. – Мынау өй түгелме икән?
Икәүләшеп, моғайын, ошолор, тип ҡоймаға һөйәлделәр, өр-яңы, ҙур пластик тәҙрә аша, телевизорҙағы һымаҡ, Барыйҙың донъяһы күренде. Барый үҙе өҫтәл артында, эргәһендә – ҡатыны. Күңелле итеп киске аш ашайҙар. Бына арҡа менән ултырған ҡыҙ таныш түгел, ә эргәһендә ултырған ҡыҙыллы-зәңгәрле шаҡмаҡлы күлдәк кейгән егетте улар меңләгән кеше араһынан да танырҙар ине.
– Бәй, Айҙар бит был! – тине Ғәлим, түҙмәне, көлөп ебәрҙе. – Ә һин уны ҡалаға ҡасты, тиһең.
– Ярай, мөхәббәттәре ныҡтыр инде. Атаһы, ризалашайыҡ та ҡуяйыҡ, – тине ҡатыны шым ғына.
Ҡараңғы төшһә лә ҡапҡаның ябылмауына улар ғәжәп итмәне. Ир менән ҡатынды, тимәк, бында көтәләр. Ғәлим тәүҙә ипле генә, аҙаҡ ныҡ итеп ишек шаҡыны.
– Әйҙүк, әйҙүк, үтегеҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ. – Өйҙән Барыйҙың тауышы ишетелде.
Филүзә Ишбирҙина.
Хикәйә "Һәнәк" журналынан алынды.