***
"Мал да ашаған еренә ҡайта "тигән матур әйтемде, күп осраҡта, тормошта була торған йәмһеҙ күренештә ҡулланабыҙ - ҡыҙғаныс ...
Өҙөп-өҙөп кенә эт өргөләп ҡуя, сыйнап-сыйнап ала. Белеп бөткәнмен холҡон - асыуланмай бит был, нимәгәлер шатлана... Тәҙрәнән сығырҙай булып тышҡа ҡарайым - дөм ҡараңғы, бер ней күренмәй, эт кенә бер урында әйләнепме әйләнеп һикергеләй. Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте - нимә булыр икән был? Тиҙ генә өҫ-башҡа эләктерәм дә, абына-һөрөнә тышҡа ашығам.
- Һин ҡабаланғанда - ул ашыҡҡан, тей. Табуреткаһына ни етмәйҙер инде, минең аяҡҡа уралмаһа, бабай бит йоҡлай.
Сыҡһам не-е-е-й!!! Күршем, мәрхүмә Йәмиғә әбейем әйтмешләй (йәне йәннәттә булһын), "йортауай" улыбыҙҙың былтыр һөт эсереп өйрәткән терпеһе килгән дәбаһа...
Көсөк тә, әллә бәйҙә тороп яңғыҙлыҡтан зарыҡҡан, әллә хужаһының дуҫы икәнен һиҙә - башҡа ваҡытта сит кешегә, сит малға асыуҙан ҡарлыҡҡансы өрһә, әле инде һалып биргән һөт тә йәл түгел. Кейеменә ҡарап ҡаршы алманы булды был!!! Яҡшыға юраным - улыбыҙҙың эштән ҡайтыр көнө етә, барыһы ла һәйбәт булыр Ин шәә Аллаһ!!!
Иҫке Аҡҡолай ауылы.