Розалия Солтангәрәеваны Башҡортостан халҡы ғына түгел, унан ситтә йәшәүселәр ҙә боронғо эпик әҫәр – ҡобайырҙы бик оҫта башҡарыусы булараҡ белә һәм ярата. Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы республикабыҙҙа бөтә ижадын, тикшеренеү эштәрен, барлыҡ көсөн һирәк осрай торған халыҡ ижады өлгөләрен тергеҙеүгә йүнәлткән берҙән-бер ғалим-сәсәниә һәм шағир-импровизатор.
Розалия Солтангәрәеваны хаҡлы рәүештә башҡорт фольклоры легендаһы тип йөрөтәләр. Ул – өс йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Яҡташыбыҙ республика райондары һәм күрше өлкәләр буйлап төрлө фольклор-этнографик экспедицияларҙа ҡатнашып, күп йылдар дауамында боронғо халыҡ ижады өлгөләрен бөртөкләп йыйған. Филология фәндәре докторы, профессор милли мәҙәниәтте пропагандалау, рухи ҡиммәттәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы тергеҙеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Тап Розалия Әсфәндийәр ҡыҙының инициативаһы менән ун йыл элек районыбыҙҙа ҡобайырсыларҙың тәүге төбәк конкурсы ойошторолдо, был бәйгегә йыл һайын республиканың күп кенә райондарынан оло йәштәге генә түгел, йәш сәсәндәр ҙә йыйыла.