Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
30 Март 2020, 13:05

“Ата-бабаларыбыҙҙың данлы үткәне менән ғорурланам!”

“Беҙ - Әҙеһәмовтар” китабы авторы, күп йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә китапханасы Рәсимә Марат ҡыҙы Әҙеһәмова менән Аксен ауыл китапханаһында осраштыҡ.

Китап уҡыусылар залында, бик күп классик әҫәрҙәр араһында уның да ҙур булмаған, әммә йөкмәткеһе буйынса бик әһәмиәтле китабы һаҡлана. Бында тарихи шәхестәр, Башҡортостан республикаһына һәм үҙ ырыуҙарына нигеҙ һалған ағалы-ҡустылы Әҙеһәмовтар тураһында бай мәғлүмәт тупланған.
- Был ҙур һәм татыу ғаилә, ғүмерҙәре Башҡортостан тарихы менән тығыҙ бәйле яҡындарым тураһында һөйләүҙе нисек башлап ебәреү хаҡында оҙаҡ уйландым. Һәм А. С. Пушкиндың: “Ата-бабаларыңдың данлы үткәне менән ғорурланырға мөмкин генә түгел, ә кәрәк тә, уны хөрмәт итмәү хурлыҡлы ҡыйыуһыҙлыҡ ул”, тигән һүҙҙәрен килтерергә булдым, - ти китап авторы Рәсимә Марат ҡыҙы.
Был баҫма Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулған йылда “Независимая газета+” мөхәррире, журналист һәм публицист, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты В. В. Шмаковтың ярҙамы менән баҫылып сыҡты. Гәзиттең былтырғы тәүге һанында Рәсимә Марат ҡыҙының “Беҙ – Әҙеһәмовтар” тигән мәҡәләһе баҫыла. 2018 йылдың 3 декабрендә автономиялы Башҡортостан өсөн көрәшеүселәрҙең береһе, Башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре, тәүге республика Хөкүмәтендә юғары вазифалар биләгән Абдулла Камалетдин улы Әҙеһәмовтың үлеменә 50 йыл тулған. Һәм ошо уҡ көндө уның туғаны, Өфө приборҙар төҙөү производство берекмәһенең әйҙәүсе инженер-конструкторы, фән һәм техника өлкәһендә БР Дәүләт премияһы лауреаты Эдгар Рәфҡәт улы Ғәббәсов вафат була.
Виктор Шмаков Рәсимә Әҙеһәм ҡыҙына нәҫелдәренең шәжәрәһен төҙөргә тәҡдим итә. Ул үҙенең туғандары менән ең һыҙғанып эшкә тотона.
- Эдгар Рәфҡәт улы менән бергә эшләһәк, был эш байтаҡҡа тәрәнерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ булыр ине, - ти Рәсимә Марат ҡыҙы. - Туғандарыбыҙ Абдулла һәм Мөхәмәтдин Әҙеһәмовтарҙың сәйәси һәм һөнәри эшмәкәрләгенә ҡағылышлы күп мәғлүмәтте беҙ тарихсы, БР Үҙәк дәүләт архивы директоры, журналист Ғизетдин Дәүләтғәли улы Ирғәлиндан, физика-математика фәндәре докторы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Викторович Ергиндан белдек. Мин үҙ эшемдә тап уларҙың хеҙмәттәрен файҙаландым һәм был шәхестәргә тәрән рәхмәтемде белдерәм. Ә беҙҙең, балалары һәм ейәндәре, уларҙың ҡустылары Әхмәтриза һәм һеңлеһе Фәрзәнә хәтерендә атай-әсәйҙәребеҙҙең Мөхәмәтдиндең фажиғәле яҙмышы һәм граждандар һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған Хисаметдин тураһында һөйләүҙәре ҡалған. Абдулла сығышы менән крәҫтиән нәҫеленән булыуына ҡарамаҫтан, бик әҙәпле һәм ысын интеллигент кеүек хәтеребеҙҙә ҡалған. Элек башҡорт театры актрисаһы Йәмилә Ситдиҡ ҡыҙы уның тоғро тормош юлдашы булған. Уларҙың ҡайтыуы йәки беҙҙең уларға Түбәнге Тагилға ҡунаҡҡа барыуыбыҙ ғаиләбеҙ өсөн ҙур ваҡиғаһы булған.
Рәсимә Марат ҡыҙы Аксен ауылында тыуып үҫкән. Уның ата-әсәһе Марат Әхмәтриза улы һәм Зәйтүнә Сәйфетдин ҡыҙының үҙ китапханалары булған һәм улар балаларында ла китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләгән. Шуға ла ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып, тыуған ауылы Аксенға эшкә ҡайта һәм бына 40 йылдан ашыу китапханала хеҙмәт һала.
Рәсимә Әҙеһәмова ысын мәғәнәһендә мауығыусан кеше, ижади шәхес. Ул шулай уҡ “Чехов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһын ойоштороусыларҙың береһе. Ошо уҡыуҙар нигеҙендә “Независимая газета+” редакцияһы тыуған яҡты өйрәнеү материалдары буйынса йыйынтыҡ баҫтырып сығарған, ә Рәсәйҙең тыуған яҡты өйреүселәре союзы, Ф. Әхмәрова исемендәге Өфө ҡала бүлексәһе “Чеховҡа юл” альманахын сығарыуға әҙерләй.
Шулай уҡ Рәсимә Марат ҡыҙы рус яҙыусыһы А. П. Чеховтың ижади мираҫы буйынса тикшеренеү эше алып бара. “Чеховҡа юл: бөйөк яҙыусы һәм гуманист Антон Чеховтың тормошо һәм ижадының асылмаған биттәре” проекты менән ул “Республиканың иң яҡшы китапханасыһы – 2012” VII конкурсының “Бөтә замандарға китаптар” номинацияһында еңеүсе булды.
Былтыр Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән ХVI республика тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыуҙарында Рәсимә Марат ҡыҙы яратҡан шағиры – комсомол, шағир Сергей Чекмарев тураһында тикшеренеү эше тәҡдим итте һәм үҙенең “Беҙ - Әҙеһәмовтар” китабы презентацияһын үткәрҙе.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: