Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
19 Март 2020, 15:50

Йәш юнескосыларҙың һәм башҡорт матрешкаһының уңышы

4-се мәктәп уҡыусылары ЮНЕСКОның бөтә донъя тәбиғи һәм мәҙәни мираҫына арналған “Рәсәйҙең бөйөк йылғалары” IX халыҡ-ара дистанцион олимпиадаһының тикшеренеү туры еңеүселәре булды.

ЮНЕСКОның Ассоциациялаштырылған мәктәптәре араһында ойошторолған шәхси ярышта география уҡытыусыһы Нина Бакирова етәкселегендә “Азимут” командаһы катнашты. Йыйылма команда составына 6-10-сы синыф уҡыусылары инде. Улар - Милада Бейдуллаева, Артур Зәкиев, Артур Мортазин, Вадим Хәбибуллин һәм Юра Афанасенко. Егеттәргә өс тур үтергә кәрәк ине. Беренсеһендә – Арктика йылына арналған һүрәттәр төшөрөргә, икенсеһендә - география, тарих һәм культурология блоктарынан торған һорауҙарға яуап бирергә. Был этаптарҙы уңышлы үтеп, финалда беҙҙең уҡыусылар матрешканы биҙәргә тигән задание алды.
-Үҙ матрешкабыҙҙы беҙ башҡорт стилендә биҙәнек – милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме һәм биҙәнгестәр төшөрҙөк. Уны ябай матрешка итеп түгел, ә милли шифалы эсемлегебеҙҙе әҙерләүсе ҡымыҙ яһау оҫтаһы итеп эшләнек, - ти Нина Ивановна. Әлшәй юнескосылары үҙ презентацияһын шаян таҡмаҡтар менән тулыландырҙы һәм тикшеренеү туры еңеүселәре исеменә лайыҡ булды.
Читайте нас: