Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
19 Март 2020, 20:10

ЕҢЕҮҘӘН ҺУҢ (Миләүшә Ҡаһарманова)

“Танкистар” һәм “самауырҙар”Мәжлес ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Иҫке тальянка хужаһы ыңғайына яҙылып өлгөрә алманы.

Уның сыңрау моңон күмәк тауыштар, һыҙғырыуҙар, иҙәнгә йән көскә һуғылған ағас аяҡтар һәм арба тәгәрәстәре таҡ-тоғо күмеп китте. Был гөрһөлдәүҙәрҙән өҫтәл ишараты ла “бейей” башланы. Уның өҫтөндәге ҡырлы стакандар һикереште, бер-береһенә бәрелешеп сайпылышты, ҡолап түгелде. Иҫерешкән ирҙәрҙең һәр кеме үҙенсә ҡысҡырҙы:
-- Э-эх, Марусся!!
-- Һа-а-ай! Итегеңде туҙҙырма!
-- Полюби ты девица, удалого молодца!
-- Их! ... заяға уҙҙырма! Эх-ма! Малатса!
-- Даввай! Наливай!
-- Һай-һай-һай-һай!!
Көслө ҡулдар тос йоҙроҡтары, киң устары менән әлеге бысраҡ иҙәнгә дөпөлдә һуғып мәжлескә дәрт өҫтәне. Шул ғәйрәтле беләктәр ағас ҡулайлама өҫтөнә ултыртылған тоҡос кәүҙәләрҙе арбаһы-нийе менән өйөрөлтөп алып йөрөнө. Һыңар аяҡтарында һикрәнләгән, ҡыҙып китеп ҡултыҡ таяҡтарын атып бәреп төшөп киткәндәре иҙәндәге был тоҡостарға эләгеп ҡолап та китте. Унан һикереп торҙо ла аҡһай-туҡһай тағы ялпылданы. Ялбыр ҡаштар аҫтындағы ҡара, һоро, зәңгәр, күҙҙәр атакаға күтәрелгәндәгеләй зәһәр ялтыраны. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан эйәктәр юғары күтәрелде. Миҙалдар сыңланы. Уларҙың ҡайһылары ысҡынып та осто. Мәжлес ҡыҙыуҙан үтеп, ниндәйҙер ҡурҡыныс, дәшһәтле ҡотороуға әйләнде.
Тап шул ваҡыт сөй келәлә генә эләктерелгән ишек бәреп асылды ла, күҙ йомоп асҡан арала бүлмәгә йүгерешеп ҡораллы һалдаттар инеп тулды. Алдан өйрәтелгән тәртип менән улар мәжлестекеләргә ҡаршы теҙелешеп тороп, ҡоралдарын төҙәнеләр. Шашып бейеүселәр тынысланып та өлгөрмәне, һалдаттарҙың артынса милиция майоры үтеп баҫты ла, телмәр тотто:
-- Иптәш фронтовиктар! Совет иле һеҙҙең киләсәк тормошто ҡайғыртыу сәбәпле, йортһоҙ-ерһеҙ, ҡараусыһыҙ ҡалған ғәриптәрҙе махсус дауалау йорттарына урынлаштыра! Бөгөн төндә һеҙ барығыҙ ҙа поезға ултыртылып оҙатылырға тейеш! Йыйынығыҙ!
Иҫеректәр бер аҙ телһеҙ ҡала биреп торҙолар ҙа, барыһы бергә геүләргә кереште:
-- Ниндәй дауалау йорто тағы?!
-- Ә нисек дауалайһың һин мине? Аяҡтар тегеп ҡуяһыңмы?
-- Бер ҡайҙа ла бармайым! Мин ошо ер өсөн һуғышҡан! Һин, молокосос, имсәк имгәндә, мин ут эсендә булдым!
Милиционер ҡулын күтәреп тынлыҡ талап итте:
-- Иптәштәр! Һүҙ көрәштереү урынһыҙ! Берешәрләп сыға башлайбыҙ!
Бындай хәбәр ярһып алған халыҡҡа етә ҡалды:
-- Һин нимә, гражданин начальник, беҙҙе ҡулға алаһыңмы?
-- Кем ул һин улай һөйләшергә?
Ағас аяҡлы бер алпауыт таяҡтарын юғалтып, һикерә-һикерә яҡынлаша ла башланы:
-- Һин мине, фронтовикты, ҡурҡытмаҡсы итәһеңме?! Мин, беләһеңме, ҡурҡытып маташҡан фашистың муйынын нисек итеп бороп ырғыттым...
Киҙәнеп ынтылған еренән һыңар аяғы ишелеп ҡолап та китте үҙе. Уның даһыр-доһор барып төшөүе һәм әсе итеп һүгенеп ебәреүе башҡаларына сигнал һымаҡ булды. Иҫерек фронтовиктар, дөрөҫөрәге фронтовиктарҙан ҡалған өлөштәр – ҡулдан эшләнгән ағас арбасыҡтарҙағы ярты кәүҙәләр, һыңар ҡуллы, һыңар аяҡлылар һәм хатта бер һуҡыр, һалдаттарға ҡаршы алышҡа ташланды. Бүлмә эсе даһыр-доһор тауыштарға һәм ирҙәр ауыҙынан сыға алған иң әшәке, әҙәпһеҙ әр-битәргә күмелде. Тик оҙаҡ барманы был бәрелеш. Күпмелер ваҡыттан ҡаршы тороусылар баҫтырылып, ҡулдары шаҡарылып, һөйрәтелеп, ҡайһылары баштарына тоҡ кейҙереп күтәрелгән килеш бер-бер артлы алып сығыла ла башланы. Бындай эште беренсе тапҡыр һәм тәүге урында ғына башҡармаған һалдаттарҙың тоҡтары ла, бәйләү өсөн ептәре лә бар ине. Улар был бисараларҙы шулай һөйрәткеләп алып сығып, подъезд төбөнә үк ҡуйылған грузовикка тейәне. Тегеләре хәлдәренән килгәнсә ҡарышты, тулап ҡыртлашты, әммә көстәр тигеҙ түгел ине. Ярым-йорто әҙәмдәр нисек кенә ярһыу булғанда ла, һау-сәләмәт йәштәргә ҡаршы көс була алманы. Берәй сәғәттән арбаһы тотошлайы брезент менән көпләнгән һәм ҡораллы һаҡ ҡуйылған машина төнгө ҡала буйлап вокзалға табан елдерә ине инде.
Ә вокзалда иһә мәшхәр! Ошондай уҡ әллә нисә йөк машинаһынан әллә күпме ғәриптәрҙе һөйрәп төшөрәләр, аҡырышып, ҡысҡырышып поезд вагондарына табан өҫтөрәйҙәр. Күптәре беҙ белгән ҡунаҡ булыусылар кеүек үк иҫерек булып янъял ҡуптара. Кемдәрелер тауыш-тынһыҙ ғына тәгәрмәстәрендә тәгәрәй, аҡһаҡлап бара, ҡайһыларын ҡултыҡлап, етәкләп алып киләләр. Һалдаттар бер йөктәрен индереп ҡуялар ҙа, икенселәре артынан йүгереп китәләр. Әйтерһең ҡайҙалыр һуғыш бара ла, улар яралыларҙы ташый. Шундай ҡыу-ҡыйғы менән вагондарҙы тултырҙылар. Аҡ халатлы санитарҙар оҙатыуында инеп урынлашҡан “самауырҙар” ҙа етәрлек ине. Самауырҙар улар аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булған ҡоро кәүҙәләр. Бары зарлы күҙҙәрен мөлдөрәтеп башҡаларҙың ҡаңғырышҡанын күҙәтеп кенә ултыра алыусылар. “Танкистар” бер-береһенә ярҙам итеп, көслө ҡулдары менән иптәштәрен тартып алып, вагондарға үрмәләй, һәндерәләргә менеп ултыра. “Танкистар”ы – аяҡһыҙҙар. Ҡулдары менән ерҙән этенеп, арбаларында йөрөгән ғәриптәр. Уларҙы халыҡ шулай атаған. Былары шуға күнгән.
Тейәлешеү тамамланғас, “танкистар” һәм “самауырҙар”, сатан-сулаҡтар, һуҡыр-һаңғырауҙар, иҫһеҙ-хәтерһеҙҙәр, контузиялылар менән шығырым тултырылған поезд, ауыр ыңғырашып-уфылдап, ҡуҙғалып китте. Оло бәлә, аһ-зар, ҡот осҡос фажиғә тейәп. Ҡайғы-хәсрәт, бәхетһеҙлек, сараһыҙлыҡ тейәп. Асыу, үпкә, күҙ йәштәре тейәп...
1949-ҙың апрель айы ине был. Бөйөк Еңеүҙең дүртенсе яҙын ҡаршылаған йыл.
Немец илбаҫарҙары сигенә башлағандан һәм үҙебеҙҙең ерҙәр азат ителә барғандан алып Советтар Союзының ҙур ҡалалары ғәрип фронтовиктар менән тула башланы. Улар урамдарҙа, вокзалдарҙа, ашханалар янында хәйер һорашып торҙо. Улар эсеп аунап ятты. Улар төрлө енәйәт эштәре ҡылды. Улар ҡаланың төҫөн, йөҙөн боҙҙо. Боҙмаҫлыҡ та түгел ине, һуғыш ил буйынса 27 миллион ғүмерҙе алып китеүҙән тыш, тере ҡалғандарҙан 46 миллион 250-нән ашыу халыҡ төрлөсә ҡазаланып ҡайтҡайны. Шуларҙың 775-е башына, 155-е күҙенә, 3 миллионы ҡулына яраланған. Миллиондан ашыуы ике ҡулһыҙ, 54 меңе тома һуҡыр. “Самауырҙар” менән “танкистар” бер-береһенә иш булып, береһе аяҡтар, береһе ҡулдар ролен башҡарып ҡушарлап йөрөй. Күптәре ғаиләһеҙ, йорт-ерһеҙ ҡалған. Ҡайһылары ҡайҙан булыуын да хәтерләмәй. Кемдәрелер был хәлдә яҡындарына йөк булырға теләмәй ошолай ҡала урамдарында, вокзалдарҙа көн итеүгә тороп ҡалған. Был халыҡ аяҡ-ҡуллы, һау-сәләмәт йәмғиәттән ситләшеп, үҙҙәренең донъяһын төҙөп алған. Буш фатирҙарға оялаған, шундай урындарҙа күмәкләп йыйылып китәләр, осрашалар, күрешәләр, хәл белешәләр. Һәм, әлбиттә, уларҙың күңелдәре китек. Уларҙың йөрәктәре яралы. Уларҙың йәндәре ауырыу. Улар быны эске менән баҫырға теләй. Улар был ғәҙелһеҙлеккә түҙә алмай үстәрен бер-береһенә төшөрөп үҙ-ара һуғыша. Улар йәмғиәттең, тыныс совет тормошоноң кәрәкмәгән өлөшөнә әйләнгән. Улар хәҙер инде үҙҙәре килтергән еңеүҙе лә, советтарҙы ла, был донъяны ла һүгә.
1949 йыл Сталиндың 70 йәшлек юбилейын ҡаршылау алдынан, уға бүләк яһау йөҙөнән ил етәкселеге эшләй алмаған, ҡараусыһыҙ, ғаиләһеҙ булған ғәрип фронтовиктарҙы үҙ теләктәре менән һәм мәжбүри рәүештә махсус лагерҙарға – дауалау, аҫрау урындарына ебәрә. Был саралар СССР Министрҙар Советы һәм СССР Юғары Советы Президиумының “Хәйерселек һәм йәмғиәткә ҡаршы булған элементтар менән көрәшеү” тигән ҡарары нигеҙендә ойошторола. Облавалар ҙур ҡалаларҙа бер-нисә төн эсендә бара һәм тотолғандар поезд-поезд итеп оҙатыла. Еңеүҙең биш йыллыҡ тантаналы байрамына ҡала урамдары ғәриптәрҙән азат ителеп, таҙартылып, иркенәйеп ҡала. Хәҙер инде совет халҡының, ҡунаҡтарҙың күҙен сөйәлләгән, ауыр хәтирәләр уятҡан, хәйерселек, бөлгөнлөк билгеһе булған алам-һалам кейемле, шау миҙаллы сатан-сулаҡ фронтовиктар аҙым һайын юл ҡыйып ҡулын һуҙып тормай. Эш һорап ишектәрҙе ҡаҡмай. Йәшәр мөйөш, пособие дауламай. Бында ҡалғандарына ла оҙатыусыһыҙ урамға сығыу тыйыла. Яңғыҙ йөрөгәндәрҙе лә шундай уҡ яҙмыш көтә. Хәҙер улар юҡ – һиллек, тынлыҡ, бөтөн ерҙә байрам төҫө.
Арыуы ла, иҫереүе лә етеп вагон бәүелтеүенә ойоп киткәндән көн яҡтырыуға ғына уянды Рамаҙан. Уянды ла ҡайҙалығын аңлай алмай ятты. Рельстарҙың туҡылдауы яйлап иҫенә килтерҙе. Уларҙы төндә вагонға тейәгәйнеләр бит! Өйрәнелгәнсә ҡулдарына таянып һикереп килеп торҙо. Беренсе күргәне – тәҙрә аръяғында йәлпелдәп йүгергән тәбиғәтте күҙәтеп моңайып килгән Василий булды. Уныһы иптәшен ишетмәгән-күрмәгәндәй эйәгенә таянып ултырҙы ла ултырҙы. Ахырҙа ынтылып төрттө Рамаҙан:
-- Вася, ҡайҙа барабыҙ беҙ?
Ерән сәсле ир башын борҙо:
-- Валаам утрауына тиҙәр.
-- Вал- Валлаам? Ҡайҙа ул?
-- Карелия яғында, Ладожское күле эргәһендә, ти.
-- Унда нимә? Лагермы икән? Беҙ әсирҙәрме әллә, Вася?
Дуҫы ауыр һуланы:
-- Поездағы санитарҙар әйтеүенсә, элекке монастырҙы фронтовиктар өсөн махсус дауахана иткәндәр. Унда беҙҙе дауалаясаҡтар тиҙәр...
Рамаҙан ҡыҙа башланы:
-- Минең нимәмде дауаларға? Һинең нимәңде дауалап була? Өҙөлгән аяҡтарҙы ҡайҙан табып ҡуймаҡсылар?
Вася күнгәнме, тыныс ине:
-- Хәҙер шаулауҙан ни фәтеүә? Һуғышта үлмәгәнде, моғайын инде лә үлмәҫбеҙ. Беҙ түҙмәгән нимә бар, Ромка?..
Ярһыу егет Рамаҙан-Ромка ян-яғына ҡаранып һорау алырҙай, йоҙроҡ төйнәп әрләп асыуын сығарырҙай берәйһен эҙләне лә, тапмай кире тапчанға ҡоланы һәм әсенеп ике ҡуллап башын ҡыҫты:
-- Э-эх! Кисә шул бер шешәне төпләргә лә ҡайтып китергә кәрәк булған беҙгә, Вася! Дядя Коляның өгөтләүенә бирелеп ултырҙыҡ бит, иҫерелгән дә онотолған.
-- Бөгөн алмаһалар иртәгә алырҙар ине барыбер. Урамға сыҡмай ята алмаҫ инек. Күрәһең бит, күпме кешене йыйғандар, әле һин йоҡлағанда башҡа ерҙәрҙән дә тейәнеләр. Так что, киткән баш киткән, дуҫ...
Рамаҙан менән Василий ҡырҡ дүртенсе йыл Мәскәү аҫтындағы бер ҡала госпиталендә танышты. Операциянан һуң иҫенә килеп аяҡтарын таптырып даулаған Рамаҙанды бында инде ярты йылдай ятҡан Василий башта ситтән күҙәтте. Йоҙроҡ төйнәп боларған, был халәтенә күнергә теләмәгән ҡарасман егеткә санитаркалар яҡын да бара алманы. Василий ахырҙа уның янына үрмәләп менә лә, түшәккә ҡуша ҡыҫып, укол һалдырта башланы. Ҡыҙҙар ике тоҡос кәүҙәнең көрмәкләшкәнен йөрәктәре һыҙлап күҙәтеп тора. Яңыраҡ ҡырҡылғанының, әлбиттә, күпкә бармай, хәле бөтә һәм медсестралар уның теш ҡыҫып ыңғырашыуы, олоу-сыйнауы аҫтында ашығып урауын алмаштыралар, яраларын йыуалар. Медиктар киткәс Василий егеттең янында ҡалып ултыра бирә. Үҙенсә йыуатҡан була:
-- Һин, дуҫ, улай ҡаршылашма. Ни хәтлем тиҙерәк күнәһең, шулай үҙеңә яҡшыраҡ буласаҡ. Күпме генә тулаһаң да, аяҡтар үҫмәй бит. Мин бына һигеҙ ай ошо хәлдәмен. Ҡалайтаһың – яҙмыш...
Ҡарасман күҙ ситтәре буйлап ҡойолған йәштәренән оялып, ҡарашын ситкә бора.
-- Исемең кем?
-- Ра... маҙан...
-- Раз... Рома инде беҙҙеңсә, Роман.
-- Мин Василий Егорович. Вася тиергә лә була.
Тегеһенә барыбер, унда исем ҡайғыһы юҡ.
-- Ҡайһы яҡтыҡы һин? Ниндәй милләт балаһы?
-- Башҡор-тостандан, - Рамаҙанға һөйләшеү ауыр бирелә, яңы ғына ҡуҙғатылған аҫҡы өлөшө мейеһенә үтеп һыҙлай.
-- Нисә көн үҙеңсә ҡысҡыраһың шул. Аңлаған әҙәм юҡ.
-- Ы-ыһ... Ҡарале... пистолет таба алмайһыңмы?
Вася яурындарын һикертә:
-- Пистолет? Нимәгә?
-- Һис юғы бысаҡ табып бир әле?! Былайтып ятыр хәл юҡ...
Вася өҙә һуҡмай, теше-тешкә теймәй шаҡылдаған, ауыртыныуҙан йөҙө ҡыйшайып ҡатҡан һалдатҡа ҡарай биреп ултыра ла, шыуып төшөп, ҡулдарында һикерә-һикерә сығып юғала. Күп тә үтмәй тешенә быяла шешә эләктереп кире килеп инә.
-- Мә, дуҫ, ошоно аҙыраҡ уртла әле. Врачтың үҙенән алдым.
Ауыҙына алып киленгән шешә морононан спирт еҫе бөркөлдө. Нимә икәнлеген аңлаһа ла һораны:
-- Нимә ул?
-- Әжәл дарыуы.
Рамаҙан хәленән килгәнсә башын ҡалҡытып ике-өс уртланы ла, сытырайып йотоп ебәрҙе. Тамағын яндырып төшөп киткән утлы һыу нисә көн аҙыҡ төшмәгән ашҡаҙанын өтөп алды. Тәненең имен ерҙәрен рәхәт кенә йылылыҡ солғаны. Ошо еңеллекте ебәрмәҫкә ҡабаланып тағы уртланы егет, унан тағы ауыҙын һондо. Өсөнсөнән һуң шешәне алып ҡуйҙы иптәше:
-- Етәр, яраларың асылып китер.
Эсеп алғас һыҙланыуы ла баҫылғандай булды, асығыуы иҫенә төштө, бер аҙ икмәк сәйнәне, йылы сәй эсте. Вася уға кәрәк нәмәләрҙе алып биреп, алып һалып, фронт яңылыҡтарын һөйләп, һаман эргәһендә ураланды.
Ошонан ары оҙайлы һәм ғазаплы биш ай буйына бер палатала ғүмер кисерҙе ирҙәр. Рамаҙан утыҙ туғыҙынсы йыл армияға алынғандан һуғышҡа инеп, инде фашистарҙы өңөнә табан ҡыуып барғанда минаға баҫып күккә осҡандан тере ҡалып ошо көйгә ҡалған, егерме дүрте яңы тулып үткән егет. Василий Егорович иһә ҡатыны менән ике балаһын ҡалдырып яуға алынған да, ҡырҡ икелә үк ғаиләһен немецтар ҡырып, ауылын яндырып киткәндән, үҙе танк эсендә янып аяҡтарын ҡырҡтырғандан, ҡайтыр урыны ла, һыйыныр туғаны ла булмаған, утыҙҙы аша атлаған ир-уҙаман. Ололата сабырыраҡ та, холҡо ла тыныс, ыңғай кеше ул. Минуты менән тоҡанып дөрләп бара торған Рамаҙандың ҡапма-ҡаршыһы. Әммә икеһенең ике төрлө фиғелдә булыуы уларға дуҫлашып китеүгә ҡамасауламаны, киреһенсә, бер-береһен тулыландырғандай инеләр. Икеһенә бер хәсрәт тә,
бер ҡайғы.
-- Ромка, туғанҡайым, әйҙә ауылыңа хәбәр итәйек. Һинең бит яҡындарың, көткән кешеләрең бар, - тип өгөтләне ураған һайын Рамаҙанды Вася. Тик егет яҡын да килмәне:
-- Бындай хәлдә унда ҡайтып күренәһем юҡ!
-- Әсәйең бар, апайҙарың. Мәхрүм итмә уларҙы...
-- Мин был хәлдә әсәйемә бары тик имгәк кенә буласаҡмын. Ул ҡарт кеше, хәҙер мине ҡараһынмы? Күҙ көйөгө булып ятайыммы? Былай, исмаһам, үлгән – бөткән.
-- Их-х, булғандың ҡәҙерен аңламайһың, туған. Минеке кеүек бала-сағаң, ата-әсәң туҙҙырылып бөткән булһа...
-- Һиңә лә шулай яҡшыраҡ түгелме ни? Ҡатыныңа һин ошолай кәрәк булыр инеңме, ә? Күнәйек тиһең бит үҙең, шулай булғас дөрөҫлөктө лә ҡабул итәйек, Вася: беҙ был көйө берәүгә лә хәжәт түгел!
Бөйөк Еңеүҙе лә шул госпиталдә ҡаршыланы улар. Үҙҙәре кеүек ярым-йортолар менән “Ура” ҡысҡырып, спирт сәкәштереп, йырлашып-илашып. Шунда оҫталар арба әтмәләп бирҙе. Йөрөргә, арбала хәрәкәт итергә өйрәттеләр. Дауаланыу тамаланғас, баш һуҡҡан яҡҡа юлланыусылар төркөмөндә Вася менән сығып киттеләр ҙә, әллә ни төр ер-һыу гиҙеп йөрөп, Сочи ҡалаһына килеп туҡталдылар. Был яҡ йылыраҡ та, туғыраҡ та ине. Эҙләнә торғас баш терәрлек бер бүлмә табып, береһе итек ямаусы, икенсеһе сумаҙандар йүнәтеүсе булып урынлашып, йәшәп киттеләр. Аяҡтары булмағас, ҡулдары бығаса белмәгән һөнәрҙәрҙе лә өйрәнде ирҙәрҙең. Ул ҡулдар кәрәктә аяҡ та, таяҡ та булды. Ул ҡулдар ашатты ла, эсерҙе лә, яҙылмаған яҙмыштарҙы кистерҙе лә.
Ҡалала сатан-сулаҡ та, “самауырҙар” ҙа, “танкистар” ҙа етәрлек булып сыҡты. Тора-бара улар үҙҙәре кеүек башҡаларҙы ла белә, таный, йыйылышып ала, эсеп ҡаңғырыша ла торған булып киттеләр. Рамаҙан менән Вася һымаҡ эшләгән, ризыҡты хеҙмәт итеп тапҡандарҙан тыш бында хәйер-саҙаҡа менән көн күргәндәр ҙә аҙ булманы. Һатып, урлатып бөтөүҙән ҡалған миҙалдарын тағып, алам-һалам кейемдә урам саттарын, вокзал-ашхана тирәләрен ҡыҙырыуҙы кәсеп итеп алған һәм шулайтып дүртәр-бишәр йыл ғүмер һөргәндәр ҙә байтаҡ ине.
Шул касафатлы кистә дуҫтарҙы аралашып йөрөгән дядя Колялары, һыңар аяҡлы ҡарт фронтовик фатирына ҡунаҡҡа саҡырғайны. Бабайға нисә йәш тула булғандыр инде, уныһы мөһим дә түгел, ә унда бүлмә тултырып әллә ниҙә бер күрешә торған таныштар йыйылыуы ҡәҙерле ине. Эстеләр. Тост артынан тост күтәрҙеләр. Еңеү өсөн. Ятып ҡалған дуҫтар өсөн. Яндырылған ерҙәр өсөн. Һөйөлмәгән йәрҙәр өсөн... Василийҙың немецтар ҡулынан һәләк булған Катяһы, Яковтың Ленинград блокадаһында туңып үлгән Маргаритаһы, дядя Коляның бомба аҫтында ҡалған Женяһы, Славаның ғәрип иренән баш тартҡан Аннушкаһы, Рамаҙандың уның ҡайҙалығын да белмәгән Зәлифәһе өсөн ҡабат-ҡабат сәкәштеләр. Араҡыны танауҙары, ҡуңыр сикәләре буйлап ағып төшкән йәштәренә ҡушып ғолҡолдатып эстеләр ҙә, ҡара икмәк еҫкәнеләр. Унан йырлаштылар. Унан бейергә төштөләр. Унан һуң булған хәлдәрҙең ахыры бына әлеге поезда бәүелешеп китеп барыуға килеп ялғана.
(Дауамы бар).
Миләүшә Ҡаһарманова.
Читайте нас: