Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
16 Март 2020, 12:45

Сәйлән менән сигә, сәхнәлә лә сығыш яһай

Надежда Яппарованың мауығыуҙары күп.

Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы була, тип бик дөрөҫ әйтәләр. Был һүҙҙәр тап бына Надежда Петровна тураһында. Актив, етеҙ, бөтә эште тиҙ арала башҡарып сыға. Бәйләй, сигә һәм сәскәләр ҙә яһай ул.
- Әсәйем бөтә нәмәне беҙгә үҙе тегеп һәм бәйләп кейендерә ине. Үҙемдең сәйлән менән тәүге эшемде – миләшкә ҡунған ҡыҙылтүште әсәйемдең иҫке етен күлмәгендә сиктем. Һуңынан мәктәптә сығыш яһау өсөн сиған костюмы тектем. Бөгөн дә сығыштар өсөн костюмдарҙы, кокошниктарҙы үҙем тегәм. Бәйләйем, тегәм, байрамдарға, Яңы йылға төрлө әйберҙәр яһайым – ти Надежда Петровна.
Ул үҙ ҡулдары менән теккән Кубань казактары костюмын, сәйлән менән сиккән матур картиналарын ҙур ғорурлыҡ менән күрһәтә.
Тәбиғи матурлыҡҡа, ғөмүмән, гүзәллеккә ғашиҡ, нескә күңелле, хис-тойғоларға бай Надежда Петровна үҙенең оптимизм һәм бай рухи донъяһы менән әйләнә-тирәләгеләрҙе һоҡландыра, күптәргә өлгө булып тора.
Яппаровтар Раевкаға 2014 йылда Шафрандан күсеп килә. Быға тиклем Надежда Петровна район үҙәгенә маршруткала йөрөгән, район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендә йырларға яратыусыларҙы “Забава” ансамбленә саҡырыуҙарын уҡып, уларға ҡушылырға ҡарар иткән. Репетициялар, сағыу кейемдәрҙә сәхнәлә сығыш яһауҙар, рәхмәтле тамашасыларҙың алҡыштары, ә ял ваҡыттарында яратҡан эш менән шөғөлләнеү – сәйлән менән сигеү.
Диңгеҙ еле, кемделер көтөп торған ҡыҙ. Көнсығыш стилендә Ләлә-Тюльпан мәсете. Матур сәскә гөлләмәләре, ә ейәнсәре өсөн – ул яратҡан бесәй балалары. Надежда Петровна һәр эшенә күңел йылыһын һала һәм ижад емештәрен башҡаларға ла бүләк итә.
Өс бала әсәһе лә ул. Улдары Альберт, Рөстәм һәм Артур, дүрт ейәнсәре һәм өс ейәне өләсәйҙәрен уңыштары менән ҡыуандыра. Ул шулай уҡ спорт менәншөғөлләнә, саңғыла, велосипедта йөрөргә, иртәләрен зарядка яһарға ярата. Тормош иптәше Рәмил Сәхибулла улын да әүҙем ял итеүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға йәлеп итә, улар йыш ҡына ҡышҡы урманда саңғыла йөрөргә ярата. Ире һәм 12 йәшлек ейәне Руслан менән велосипедта ла йөрөйҙәр. Илһам килгән ваҡыттарҙа Надежда Петровна шиғырҙар ижад итә. Район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитен дә алдырып уҡый.
Беҙ талантлы, һәр яҡлап һәләтле һәм бар эшкә лә маһир Надежда Яппарова тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙҙың да белеүен һәм уның эштәренән илһам-дәрт алыуҙарын һәм һәр кемдең үҙ бәхет йондоҙо булыуына ышаныуҙарын теләйбеҙ.
Надежда Яппарова ижад емештәре менән.
Читайте нас: