“Ғорурланам һинең менән, туған Башҡортостаным!” фестивале сиктәрендә традицион “Бейеү марафоны” район конкурсына алты йәштән 17 йәшкә тиклемге ике йөҙҙән ашыу конкурсант килде.
Бәйгелә райондың ун һигеҙ мәктәбенән, шулай уҡ балалар сәнғәт һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренән бейеү коллективтары ҡатнашты.
Пионерҙар йорто был көндө умарта күсен хәтерләтте, бында алма төшөр урын юҡ ине. Бер ерҙә - эстрада бейеүҙәре, икенсеһендә - башҡортса тыпырҙайҙар. Милли кейемдәр, музыка тауышы, “бер, ике, өс”, “кәүҙәне төҙ тотабыҙ!...” тигән һүҙҙәр ишетелә. Педагогтарҙың да, ҡатнашыусыларҙың да сәхнәгә сығыр алдынан бер аҙ тулҡынланыуы һиҙелә.
Сәхнәлә бер нисә сәғәт дауамында халыҡ, эстрада, бал, спорт бейеүҙәре алмашынып торҙо. Жюри ағзаларына ла был тиклем ҡатнашыусыларҙың сығышын баһалау еңел булманы, уларға өс йәш категорияһында һәм халыҡ һәм эстрада бейеүҙәре номинацияһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләргә кәрәк ине.
Шуны әйтергә кәрәк, бер генә коллектив та дипломһыҙ ҡалманы. Кемдер призер булды, кемгәлер номинация эләкте, ә иң тәжрибәле бейеүселәр еңеүгә лайыҡ булды. Улар араһында Пионерҙар йортоноң ике берекмәһе - башҡорт лицейының “Йәшлек” (етәксеһе А. Р. Йәнгирова) һәм балалар сәнғәт мәктәбенең “Биҙәктәр” (етәксеһе Р. С. Усманова) төркөмдәре, Аксен ауылы (етәксеһе Г. Х. Ғайсина) һәм Ыҫлаҡ мәктәбе (етәксеһе Р. С. Усманова) бейеүселәре, спорт мәктәбенең “Уточки” һәм “Хип-хоп” (етәксеһе Ф. В. Кәримова) төркөмдәре бар.