Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
30 Ғинуар 2020, 16:45

Һоҡланғыс асыштар юлынан

“Минең тормошом китапҡа оҡшаш,

уҡыған һайын ул тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғыс була бара...” – ти район Пионерҙар йортоноң балалар-үҫмерҙәр туризмы инструкторы, “Эҙләнеү” студияһының өҫтәмә белем биреү педагогы, турист-тыуған яҡты өйрәнеү эше буйынса методист Зилә Йәлилова.
Ул бала саҡтан китаптар уҡырға яратҡан, был уның өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, тормошоноң асылы, икенсе һулыш булған. Нескә күңелле, хыялға бай ҡыҙ шулай уҡ тыуған яғының хозур тәбиғәтенә, урман-тауҙарҙың, йылға-күлдәрҙең матурлығына сәғәттәр буйына һоҡланып торорға яратҡан. Уның бала сағы Әбдрәшит ауылында, Урман урамында зифа буйлы аҡ ҡайындар араһында үткән. Зилә ишле ғаиләлә донъяға килә, биш ҡыҙ ҙа кесе йәштән ҡул араһына инеп, эшһөйәр булып үҫә.
- Тәбиғәткә һөйөү миңә атайым, Зәкәриә Шәкүр улынан, ә китаптарға һөйөү әсәйем Люциә Абдрахман ҡыҙынан күскән. Ул беҙҙең ауыл китапханаһындағы бөтә әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып сыҡҡан, ауылда татар йырҙарын иң яҡшы башҡарыусы булып танылған, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Зилә Зәкәриә ҡыҙы.
10-сы синыфты тамамлағандан һуң, ул Өфө китапхана техникумына уҡырға инә, артабан белгеслеге буйынса район балалар китапханаһында, туған мәктәбендә эшләй. Педагогия институтында өсөнсө курсты тамамлағандан һуң Раевкала йәшәүсе 90 йәшлек өләсәһенең ярҙамға мохтаж булыуы сәбәпле, уҡыуын ташларға мәжбүр була. Бында ваҡытлыса башҡорт лицейында тарих фәнен уҡыта, ә 1992 йылдан Пионерҙар йортонда фототүңәрәк алып бара башлай. Был эштең нескәлектәренә өйрәнеп, көнө-төнө фотолар яһаған ваҡыттары ла була. Бөгөн дә уның күп кенә фотоһүрәттәре, Әбдрәшит мәктәбен, мәҙәниәт йортон, Пионерҙар йортон биҙәй.
Балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса күп профилле учреждениела 70 берекмә, студия, секция һәм клубтарҙа 1850 бала ижади һәләтен үҫтерә, белем даирәһен киңәйтә. Уларҙа төрлө йүнәлеш буйынса эш алып барыла, шуларҙың береһе - туристик-тыуған яҡты өйрәнеү берекмәһе. “Эҙләнеү” студияһына йөрөүселәр остаздары З. З. Йәлилова етәкселегендә тыуған яҡты өйрәнеү маҡсатында ҡайҙа ғына бармай һәм кемдәр менән генә осрашмай. Ауыл аҡһаҡалдары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, киң билдәле шәхестәр менән әңгәмәләр, тарихи-мәҙәни мираҫты өйрәнеү буйынса эҙләнеү эшмәкәрлеге, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, тыуған яҡ, турист һуҡмаҡтары буйлап яңы экскурсиялар-походтар, “Сығанаҡтар” туристик-тыуған яҡты өйрәнеү лагерының профилле сменаһы тәрбиәләнеүселәре менән велосипедта экспедициялар һәм башҡалар.
- Фотожурналистика, һөнәри ҡыҙыҡһыныу, тыуған тәбиғәткә һөйөү миңә эшемдә бик ярҙам итә. Мин һәм коллегаларым тыуған яҡты өйрәнеүҙе, фәнни-тикшеренеү эштәрен иң беренсе ойоштороусылар булды, тип әйтергә лә мөмкин һәм беҙ бының менән сикһеҙ ғорурланабыҙ... Уникаль сығанаҡтарҙы, үткәндәрҙең тере шаһиттарын үҙ эсенә алған осор тарихҡа инеп ҡалманы. Пионерҙар йортонда директор Надежда Александровна Самойлова инициативаһы менән музей ойошторолдо, 1999 йылдан алып мин музейҙы артабан үҫтереү өсөн бөтә көсөмдө һалам. Беҙҙең музей үҙенең төп бурысын - тарихи ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм таратыу бурысын үтәй, - ти Зилә Зәкәриә ҡыҙы.
Талантлы педагог һәм уның менән бергә эшләгән балаларҙың ҡаҙаныштар ҡумтаһына “Эҙләнеү” студияһы ғәмәлгә ашырған “Изгелек каникулға китмәй” бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауҙары ла өҫтәлде. Уның “Беҙ барыбыҙ ҙа ысын һөнәр эйәләре һәм Тыуған илемдең, тыуған районымдың киләсәге минең эшемдең һөҙөмтәлелегенә бәйле” тигән һүҙҙәре уңышҡа нигеҙ булғандыр, моғайын.
Журналистика берекмәһенә әйләнгән “Объектив” фототүңәрәге, “Пионер ТВ” балалар телестудияһында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында “Тере хәтер” рубрикаһы, “Тамсы” шиғриәт түңәрәге, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашҡан бабаһы Ғәлимйән Вәлийән улы Ниғмәтуллин тураһында район гәзитендә мәҡәлә баҫтырыу, артабан инде беҙҙең штаттан тыш хәбәрсебеҙ сифатында төрлө темаларға арналған мәҡәләләр яҙыу, элекке уҡытыусыһы Лидия Ғәфүр ҡыҙы Ҡунафинанан күскән рус теленә һөйөү, әлеге ваҡытта фекерҙәштәре-коллегалары менән күп яҡлы эш алып барыу... Ҙур йылға бәләкәй генә инештән юл алған кеүек, быларҙың бөтәһе лә - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, үҙенсәлекле шиғырҙар авторы, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, үҙ эшенә, балаларға, тыуған яғына ғашиҡ Зилә Зәкәриә ҡыҙы Йәлилованың тормош баҫҡыстары.
Читайте нас: