Бер кемгә лә кенә тотмайым.
Тормош юлын үҙенсәрәк үтәм:
Үҙ ҡиблам бар минең,
Үҙ яйым.
Эстәремдә уттар дөрләһә лә
Бәндәләргә ауыр һүҙ ҡатмам.
Үҙем булып ҡалырға тырышам,
Дуҫтар һатҡанда ла-
Мин һатмам!
,,Инде бөттө"тигәндә лә ҡала
Остоҡ ҡына өмөт сатҡыһы.
Ышанамын һаман:
Был донъяла,
Яманынан күберәк яҡшыһы.
Ялғандарҙан күберәк -
Дөрөҫлөгө!
Үкенестән күберәк-
Шатлығы!
Йөрәгемдә,серем булып йәшәй,
Йомшаҡ ҡына ҡояш ярсығы!