Фәнил Шәймөхәмәтов өсөн Башҡортостан һәм тыуып үҫкән яғы - Әлшәй ере һәр ваҡытта ла илһам сығанағы, темалар һәм образдар һайлау өсөн үҙенсәлекле ерлек булды һәм булып ҡала. Ниндәй генә күргәҙмәлә ҡатнашмаһын, уның линогравюралары һәм офорттары һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, ауыл көнкүреше, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра. Уның эштәрендә тыуған яҡҡа сикһеҙ һөйөү, тәбиғәт хозкрлығына һәм халҡының күңел матурлығына дан йырлана. Оҫта үҙенең картиналарында ғына тыуған яғына һөйөү йырламай. Бөгөн Фәнил Сафуан улы Ишембайҙа йәшәй, шунда ижад итә, Әлшәйҙе лә онотмай. Тыуған яғына ҡайтҡанда яҡташтарына һоҡланғыс эштәрен бүләк итә.
Рәссам М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейына элек тә мәктәпкә картиналарын бүләк иткәйне. Хәҙер бында оҫтаның тағы ла өс ижад емеше – “Ата-бабалар ере”, “Салауат ҡаяһы” һәм “Салауат мәмерйәһе” тип аталған төҫлө линогравюралары өҫтәлде.
- Беҙҙә инде тулы картиналар галлереяһы бар, унда яҡташыбыҙ, билдәле башҡорт рәссамы Фәнил Шәймөхәмәтовтың ун бер эше ҡуйылған. Талантлы сәнғәт оҫтаһына ошондай ҡиммәтле бүләге өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Яҡташыбыҙға артабан да уңыштар һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ! – ти М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы директоры Римма Дәүләткирәева.