Бөтә яңылыҡтар
Ижад
18 Ноябрь 2019, 17:32

Сәсәндәрем, килегеҙ!

Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәге төрлө йәштәге ҡобайырсылар, сәсәндәр, ауыҙ-тел ижады һәм йыр сәнғәте оҫталарын “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк конкурсына саҡыра.

Бәйге 26 ноябрҙә 11 сәғәттә башлана. Һәр башҡарыусы түбәндәге номинацияларҙы һайлай ала:

-“Ҡобайырҙар – эпик әҫәрҙәр башҡарыу” – башҡорт фольклор классикаһынан “Урал батыр”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡара юрға”, “Аҡбуҙат” ҡобайырҙары һәм башҡалар,

-“Бәләкәй формалағы героик, дидактик, фәлсәфәүи ҡобайырҙар һөйләү” (Сура батыр”, “Баязит батыр”, “Юлай менән Салауат”, “Ай, Уралым, Уралым!” һәм башҡалар,

-“Әйтеш” – төрлө йәштәге халыҡ һүҙ оҫталары һәм профессиональ шағирҙар-импровизаторҙар ҡатнаша. Шиғри- һүҙ ярыштары, бейеүҙәргә һәм уйын күренештәренә әйтештәр.

Конкурста ҡатнашыусылар тик бер номинацияла ғына ҡатнаша ала. Сығыш яһау ваҡыты - 15 минут. Бәйгесенең думбырала, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа, дөнгөрҙә, скрипкала уйнап сығыш яһауы хуплана.

Заявкалар 22 ноябргә тиклем Раевка ауылы, Совет майҙаны, 3 адресы буйынса социаль-мәҙәни үҙәктә ҡабул ителә. Тел. 3-07-57, 3-12-54.