Ирина Рим ҡыҙы менән беҙ эш көнө аҙағындаосраштыҡ. Ул бала саҡтан төрлө әйберҙәр яһарға, тегергә һәм бәйләргә яратҡан. “Крестьянка”, “Работница” журналдарынан сигеү өлгөләрен өйрәнгән. Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ 2000 йылдан Раевкала йәшәй башлай. Сәскәләр һатыу буйынса үҙ эшен асыу тураһында хыяллана. Әммә белдереүҙәр буйынса икенсе эш таба.
- Яратҡан шөғөлдәремә килгәндә иһә, тәүҙә күндән картиналар эшләнем, унда сәскәләр төшөрҙөм. Тыуған көндәрҙә, юбилейҙарҙа уларҙы бөтә туған-тыумасама бүләк итә инем. Беренсе уҡытыусым, бөтә күңелеңде һалып. үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйбер – иң яҡшы бүләк, ти торғайны. Был ысынлап та шулай, - ти Ирина.
Гөлйемеш, миләш, астра, ромашка, рауза сәскәләре формаһындағы брошка-заколкалар шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә, ҡулдар үҙҙәренән-үҙҙәре уларға һуҙыла. Ысын сәнғәт әҫәрҙәренә тиң был иҫ киткес әйберҙәрҙе яһағанда Ирина Рим ҡыҙы Италияла етештерелгән йомшаҡ күнде файҙалана, уны интернет аша һатып ала. Әйткәндәй, Иринаның һеңлеһе лә бик оҫта ҡуллы, ул зауыҡлы матур әйберҙәр тегә. Мәҡәлә геройыбыҙ иһә, бейек, ҙур сәскәләр эшләүгә өҫтөнлөк бирә. Бөгөн ул шундай егерме сәскә яһаған. Оҫта ҙур теләк менән нисек итеп рауза сәскәһенә оҡшаш яҡтыртҡыс эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Тәүҙә сәскәнең һәр япрағын 375 градус ауышлығында, эҫе һауа бөркөп торған төҙөлөш фены менән бер формаға килтерә. Ул шулай уҡ изолон, светодиодлы лампа, колер йәки майлы буяуҙар ҡулланыуы һәм шөғөлөнөң башҡа бик күп нескәлектәре тураһында ла бәйән итте. Иринаның олатаһы ла бөтә ауыл өсөн күндән аяҡ кейемдәре теккән, ағастан әйберҙәр яһауға ла маһир булған. Өләсәһе иһә сепрәк балаҫтар һуҡҡан.
- Башҡа төбәктәрҙәге ҡул эштәре оҫталары менән дә аралашам, улар изолонды бик ҡулланмай. Был материал Ижевск заводында ғына етештерелә. Заказға ҡайтартҡан тауар почтаға метр ярымлыҡ төргәктәр менән килә. Сәскәләр яһағанда тере сәскәләрҙе өлгө итеп алам, өйөмдә 80-ләп гөл үҫтерәм. Йәйен йорт алдында петуния, ярангөл, лилиә, ҡыңғырау сәскә, раузалар һәм пиондар тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Былтыр сирень төҫөндәге обриета сәскәләре ултырттым. Ә ҙур яҡтыртҡыс-сәскәләргә плафондар ҡуйыуҙа миңә тормош иптәшем Дима ярҙам итә, - ти И. Машкова.
Ирина өс бала үҫтерә. Өлкәне Камил былтыр нефть институтын тамамлап, нефть-газ ҡорамалдары инженеры белгеслеген алған, Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Валерий 4-се мәктәптә10-сы синыфта уҡый, төрлө олимпиадалар һәм конкурстар призеры һәм еңеүсеһе, ике тапҡыр - “Орленок” һәм “Артек” лагерҙарына путевка менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, тап уның инициативаһы менән район үҙәге паркында урам китапханаһы булдырылды. Ҡыҙы Даникаға алты йәш, ул да әсәһенә ярҙамлаша, бисерҙар әйберҙәр эшләргә, һүрәт төшөрөргә ярата.
Ә Ирина Рим ҡыҙының шөғөлдәре бик күп, хатта астрология буйынса вебинарҙар үткәреү, йондоҙнамәләр төҙөү менән дә мауыға, фоамирандан сәскәләр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре өсөн дә ваҡыт таба. Октябрьский ҡалаһындағы ҡул эше оҫталары йәмғиәте ағзаһы ла ул. Төрлө йәрминкәләрҙә һәм башҡа сараларҙа ҡатнашып, ижад емештәрен бик теләп тәҡдим итә. Теләк булһа һәр нәмәгә ваҡыт табыла шул. Иң мөһиме, оҫтаның күңел һалып башҡарған һәр эше, уның ҡабатланмаҫ ижад емештәре кешеләргә шатлыҡ килтерә.