Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
5 Февраль 2019, 13:29

Йыр бәйгеһендә - йәш таланттар

Был көндө Пионерҙар йорто ысын мәғәнәһендә тылсымлы музыка донъяһына әйләнде.

Районда балалар-художество ижадының “”Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостаным!” конкурс-фестивале уҙа, ул республиканың 100 йыллығына арнала.

Юбилей сараһы өс этаптан – вокалсыларҙың “Әлшәйҙең моңло тауыштары” район конкурсы, “Бейеү марафоны” һәм театр коллективтарының “Башҡортостан ынйылары” смотрынан тора. Фестиваль иң һәләтле малайҙар һәм ҡыҙҙар – райондың бөтә төбәктәренән йыйылған йырсылар һәм ансамблдәр сығышынан башланды.

Был көндө Пионерҙар йорто ысын мәғәнәһендә тылсымлы музыка донъяһына әйләнде. Һәр бүлмәлә репетициялар бара, педагогтарҙың иҫкәрмәләре ишетелә. Бына тағы бер төркөм килеп етте, улар теркәлеү үткәндән һуң тиҙерәк репетицияға ашыға...

Сараны асыу тантанаһы башланыуын белдереп, уҡытыусылар, конкурста ҡатнашыусылар һәм ата-әсәләр залға йүнәлә. Жюри ағзалары – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, вокал буйынса педагогтар, көслө алҡыштар аҫтында үҙ урындарына ултыра. Традиция буйынса фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Пионерҙар йорто директоры Надежда Самойлова сәләмләне:

- Иң тәүҙә конкурста ҡатнашыусылар һайлап алыу турын үтте. Бөгөнгө финал турында еңеүселәр йәш таланттарҙың “Яҙғы тамсы” республика конкурсында районыбыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ. Сәхнәгә сыҡҡан һәр колектив үҙ талантын лайыҡлы күрһәтер, тип ышанам. Бөтәгеҙгә лә уңыштар теләйем! Тамашасылар - алҡыштарын, ә жюри ағзалары яҡшы билдәләрҙе йәлләмәһен, - тип изге теләктәрен еткерҙе Надежда Александровна.

Сәхнәлә бер нисә сәғәт дауамында рус, башҡорт, татар, украин халыҡ йырҙары яңғыраны. Конкурста ҡатнашыусылар өс йәш төркөмөндә һәм ике номинацияла – эстрада һәм халыҡ йырҙары йүнәлешендә сығыш яһаны. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы, әлбиттә. Әммә һәр бәйгенең үҙ ҡағиҙәләре.

Был көндө жюри М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы солистары Рамазан Садиҡов (етәксеһе Наил Садиҡов), Байрас Сәләмов (Розалия Вәлиәхмәтова) һәм Камила Хурамшинаның (Роза Кәримова), Түбән Әүрез мәктәбенән Диана Линниктың (Альмира Ибраһимова) сығышын иң яҡшылары тип билдәләне. Ансамблдәр араһында башҡорт лицейынан “Тамсылар” (Светлана Шведун), Пионерҙар йорто ансамбле (Гөлназ Хәкимова), шулай уҡ Альбина Йыһангирова һәм Әлфиә Арыҫланова етәкселегендәге 2-се һәм 4-се мәктәптәрҙең берлектәге ансамбле еңеүсе тип табылды.

Әлшәйҙең моңло һәм матур тауышлы йәш таланттары “Яҙғы тамсы” республика бәйгеһендә лә лайыҡлы сығыш яһар, тип ышанабыҙ.

“Артис булыу еңел түгел”. “Тамсылар” ансамбленә йөрөүсе ҡыҙҙар.

Зилә Йәлилова фотоһы.
Читайте нас: