Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
17 Декабрь 2018, 13:50

Сәхнәлә – театр сәнғәте оҫталары

Районда тантаналы рәүештә Театр йылы асылды

Рәсәйҙә киләһе йыл театр сәнғәтенә өҫтөнлөк биреләсәк. Хәбәр итеүебеҙсә, Президент Владимир Путин указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде.

Йылға бик мөһим бурыстар ҡуйыла – халыҡ, айырыуса йәштәр араһында театр сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрен популярлаштырыу, Ватаныбыҙҙың театр традицияларын һәм ҡаҙаныштарын һаҡлау, театр эшен ойоштороуҙы камиллаштырыу һәм, ниһайәт, театрҙы көндәлек тормошобоҙға индереү.

Илебеҙҙең бөтә ҡала һәм ауылдарында бер үк көндө Театр йылына старт бирелде. Был ижади акцияға беҙҙең район да ҡушылды. Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә йылды тантаналы асыу театр сәнғәтенең сағыу байрамы булды. Фоат Саҙрыевтың Никифар ауыл мәҙәниәт йорто “Хозур” халыҡ театр коллективы ҡуйған “Йәмиләнең енләнеүе” комедияһы ла ошо иҫтәлекле датаға арналды. Уны сәхнәгә режиссер, ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Айһылыу Шәйхетдинова сығарҙы.

- Беҙ тиҙҙән Ғаилә йылына арналған сараларға бай 2018 йылды оҙатасаҡбыҙ. Алда беҙҙе театр йылы көтә, ул мәҙәниәтте үҫтереүгә тағы ла бер етди этәргес булыр, тип ышанам, - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закун Әхмәтов, байрамға йыйылыусыларҙы сәләмләп.

Кисәлә тантаналы шарттарҙа киләһе йылдың рәсми эмблемаһы ла күрһәтелде. Мәҙәниәт бүлегендә әйтеүҙәренсә, райондың һәр клуб учреждениеһында театр коллективтары эшләй. Уларҙың икеһе – Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәгенең “Тамаша” (етәксеһе Земфира Ситдиҡова) һәм Никифар ауыл мәҙәниәт йортоноң “Хозур” театр коллективтары (Айһылыу Шәйхетдинова) халыҡ театры исемен йөрөтә.


Читайте нас: