70 йәшемде яҡташтарым ауыл байрамы итеп йәй көнө үк (сентябрь ҡыҙы булһам да) башлап ебәргәйне. Ошондай саралар, төрлө тематик кисәләр, әҙәби-музыкаль осрашыуҙар булып, ауыл һәм ҡала китапханаларында, мәктәптәрҙә дауам итте. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр һәм ҡәләмдәштәрем ҡатнашлығында уҙғарылған кисә айырыуса йөкмәткеле һәм тулҡынландырғыс булды. Унда 50 йыллыҡ әҙәби, 45 йыллыҡ журналистик ижадыма, төрлө кимәлдәге күп йыллыҡ депутатлыҡ һәм йәмәғәт эштәремә байҡау яһалды, байтаҡ тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Был сараның ҡайһы бер мәлдәре менән БЮТ каналы аша телевизор ҡараусылар ҙа таныша алды.