Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
10 Декабрь 2018, 13:55

Дим моңдарына сорналып

Әлбиттә, шиғырһыҙ ҙа йәшәп була. Әммә ул саҡта рухи донъябыҙ ярлы, күңелебеҙҙең бер өлөшө буш булыр ине.

Республика юбилейы алдынан донъя күргән был китап шиғриәт һөйөүселәр өсөн генә түгел, барлыҡ район халҡына ысын бүләк булды. Бер нисә йыл дауамында әҙерләнгән йыйынтыҡта районыбыҙҙа ижад иткән егерме ике авторҙың башҡорт, татар, рус телдәрендәге шиғырҙары тупланған.


- Шиғриәт – ул ысын мәғәнәһендә серле донъя. Әлбиттә, шиғырһыҙ ҙа йәшәп була. Әммә ул саҡта рухи донъябыҙ ярлы, күңелебеҙҙең бер өлөшө буш булыр ине, - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов, әҙәби кисәне асып. – Ҡайһы ваҡыт беҙ шиғриәттең тылсымлы көсөн аңламайбыҙ, уның менән илһамланған кешеләрҙең эргәбеҙҙә булыуын да күрмәйбеҙ. Районыбыҙҙа шундай һәләтле ҡәләм оҫталарының күп булыуына ғәжәпләндем. Уларҙың ижад емештәрен бергә туплау – еңел эш түгел, әлбиттә. Бөгөн ошо шиғри йыйынтыҡты сығарыуға күп көс һалған, Әлшәйҙең ҡәләм тибрәтеүселәрен бергә туплаған Илфаҡ Фаризовҡа рәхмәт белдергем килә.

Эйе, донъяларыбыҙ емерелмәҫ тә ине, әммә тормошобоҙҙо шиғриәтһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын... Пушкин һәм Шекспирһыҙ, Есенин һәм Ахматоваһыҙ, бөйөк Мостай һәм Рәмиһеҙ... Хистәр ташып урғылыуын, сихри һүҙҙәр донъяһын, ябай ғына фекерҙәрҙе шиғыр юлдарына һалғас, уларҙың күңел ҡылдарын тибрәтеүен башҡаса нисек аңлатырға һуң? Ә һеҙ кешенең ниндәй сәбәптәр менән шиғыр яҙа башлауы тураһында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Һүҙҙәрҙе башҡа төрлө яңғырарға, йөрәктәрҙе йышыраҡ тибергә мәжбүр итеүсе ғәжәйеп һәләт ҡайҙан килә? Нисек бары тик ике юлда бөтә донъяны һыйҙырырға! Шиғриәткә өйрәтеп булмай шул, уны бары аңларға ғына мөмкин.

Әлшәй шағирҙары ла был көндө залда ултырған тамашасыларҙы үҙҙәренең уй-хыялдары һәм эске кисерештәре донъяһына алып китте. Әлфиә Ханнанова, Клара Туҡаева һәм Гөлфиә Ғиззәтованың сығышын халыҡ алҡыштарға күмде. Минзилә Муллағолова һәм Зөбәржәт Ғәбделманованың күңел гәүһәрҙәре халыҡ рухына, әсәйгә, тыуған ергә һөйөү хистәре менән һуғарылған. Венер Ғәлимов, Илфаҡ Фаризов, Салауат Көҫәпҡоловтың лирик шиғырҙары көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, намыҫ, дуҫлыҡ, хыялға тоғролоҡ, һәм, әлбиттә, мөхәббәт тураһында уйланырға мәжбүр итте. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, шиғриәт донъяһына ныҡлы аҙымдар яһаған, ҡабатланмаҫ тауышлы, һүҙ көсөн бик оҫта файҙаланған Рената Байғужина һәм Ридәл Ситдиҡовты ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Авторҙар уҡыған шиғыр юлдарында бормаланып аҡҡан гүзәл Дим йылғаһының сихри моңдары ишетелгәндәй булды.

Һәр кемдең дә тормошонда шундай мәлдәр була, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, тулҡынландырғыс һәм илһамландырыусы шиғриәт донъяһына сумғы килә. Бына шундай минуттарҙа Әлшәй ерендә ижад иткән авторҙарҙың “Дим моңдары” китабы күңелегеҙгә ял бирер, рухи шишмәләрегеҙҙе байытыр. Был кисәлә йыйынтыҡҡа ингән әҫәрҙәрҙең ни бары бер өлөшө генә башҡарылды. Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр, уҡылмаған шиғырҙар күп әле. Шуға ла шиғриәт һөйөүселәрҙең бындай осрашыуҙары киләсәктә лә дауам итер, яҡташтарыбыҙҙың ижад емештәрен күреп, күп тапҡырҙар һөйөнөрбөҙ, тип ышанғы килә.

Ижад улар өсөн үҙе бер донъя.


Читайте нас: