Уҡыуын уңышлы тамамлап, әйткәндәй, ҡыҙҙың Ғабдулла Туҡай әҫәрҙәре буйынса әкиәт мотивтарына арналған “Шүрәле скульптураһы” иң яҡшы биш эш иҫәбенә индерелгән, ул быйыл З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетына “Скульптура” йүнәлеше буйынса уҡырға ингән.
Гимназияла уҡыған йылдарында Диләрә 400-ҙән ашыу һүрәт төшөргән. Йәй аҙағында ул иң һәйбәт эштәренең бер өлөшөн яҡташтарына күрһәтеү өсөн район мәҙәниәт һарайында “Йәшлек максимализмы” тип аталған тәүге шәхси күргәҙмәһен ойошторҙо.
Йәшлек максимализмы төшөнсәһендә йәш рәссам нимәне күҙ уңында тота? Был, иң элек, үҙаллылыҡҡа ынтылыу, үҙ фекереңде яҡлау теләге, донъяға һәм ваҡиғаларға субъектив ҡараштыр, моғайын.
Фойела тамашасыларға төрлө картиналар һәм композициялар тәҡдим ителде. Күргәҙмәгә интерьер, натюрморт, иң яҡын кешеләренең һәм туғандарының, синыфташтарының портреттары һәм бер автопортрет ҡуйылды.
Пейзаждарында иһә башлыса архитектура сағылдырылған. Мәҫәлән, уның картиналарында Рождество Пресвятой Богородицы кафедраль соборы, Раевка шәкәр заводы, Раевка үҙәк район дауаханаһы күренеше сағылдырылған. Йәш рәссамдың шулай уҡ кубизм һәм сюрреализм кеүек художество йүнәлештәрендәге эштәре лә бар. “Портретҡа оҡшаш әйбер” картинаһы бөйөк рәссам П. Пикассоға эйәреп төшөрөлгән. Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалған Ҡасим Дәүләткилдеевтың “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” картинаһы стилендә “Милли кейемдәге ҡыҙ” картинаһын төшөргән. “Космостан һөйөү” эшендә - фантастик, “Матурлыҡ эталоны, Давид” һүрәттәрендә антик образдар тәҡдим ителгән.