Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
2 Ноябрь 2018, 13:17
Орлоҡбикә (Әкиәт)
Борон-борон заманда,Бик матур бер аҡланда,
Сәскәләр иле булған.
Сәскәләр араһында
Йәшәгәндәр,ти,бары
Күбәләктәр-һап-һары.
Бер сәскә апайының
Ҡыҙы, Орлоҡбикәһе,
Иркә булған бигерәк.
Әсәһен тыңламаған,
Ҡаршылышҡан,әрләшкән,
Уйнаған ул күберәк.
Бер заман дауыл сыҡҡан,
Күп сәскәләрҙе йыҡҡан,
(Был булған көҙгә табан).
Орлоҡбикәне дауыл
Осортоп алып киткән,
Ҡайтмаһын,тиеп,ҡабат.
Илтеп һалған соҡорға...
Ә унда йәшәгән,ти,
Донъя йәмен белмәгән,
Тамаҡ өсөн йәшәгән,
Көнсөллөктән сәсәгән
Йыйын әкәм-төкәмдәр.
Орлоҡбикәне улар
Алғандар,ти,уратып.
Елдән ҡаплап тотҡандар-
Ҡуймайыҡ,тип,урлатып.
Китә күрмәһен беҙҙән,тип,
Юғалмаһын күҙҙән,тип.
Орлоҡбикә илаған,тик,
Ишетеүсе булмаған...
Көҙҙәр үтеп-ҡыш еткәс
Соҡорҙо ҡар ҡаплаған.
Орлоҡбикә лә шунда
Тәрән йоҡоға талған.
Ҡыш үтеп ,йәмле яҙ еткәс,
Тупраҡ киткән йылынып,
Орлоҡбикә лә шунда
Гүйә,киткән уянып.
Бер көн ,таңда,күргән дә
Ҡояшҡа ғашиҡ булған.
Йылылыҡҡа һыуһаған
Йөрәгенә моң тулған:
Көсһөҙ нескә шытымын
Ҡояшҡа табан бороп,
Иркә иҫкән елдәргә
Ҡушылып йырлар булған...
Үткән ғүмер-аҡҡан һыу-
Хәҙер ул үҙе әсәй.
Ана,төпсөк Орлоҡбай
Йүгерә сәсәй-сәсәй.
Әкәм -төкәм йәшәгән
Соҡор юҡ инде күптән,
Орлоҡбикә бит уны
Сәскә утрауы иткән.
Орлоҡбикә яҙмышы
Осрай бит ул ҡайҙа ла...
Ғашиҡ күңел-ҙур байлыҡ,
Тик булһын ул файҙаға.
Читайте нас: