Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
5 Октябрь 2018, 11:24

Тирәктәрем

Тирәктәрем минең тирәктәрем,

Көҙөн һеҙҙең янға килгән һирәктер.
Тибрәлдереп елдәр һеҙҙе шаулатыуы
Йәйҙән ҡалған ғына ғәҙәттер.
Ә мин һаман һеҙҙең янға киләм,
Һеҙҙе күреү миңә йыуаныс.
Әбей сыуағында, Димдең тулҡынында
Ҡояш нурҙарының уйнауы ҡыуаныс.
Көҙгө миҙгел, моңһоу мәлдәр, тиҙәр,
Был һүҙҙәр менән мин бит килешәм.
Димем ярҙарында тирәк шаулағанда
Күңелһеҙ уйҙарыма, дуҫҡайҙарым, һис тә бирешмәм.
Фирүз Әхтәмов.
Ҡармыш ауылы.
Читайте нас: