Дауыл ине тормош диңгеҙемдә,
Ә мин унда-яңғыҙ ғына елкән. Елкәнемде дауыл һеҙҙең ярға
Сығармаһа-нишләр инем икән?!
Өшөгән йөрәгемә дауа алдым,
Һәммәгеҙҙең ихлас ҡараштарҙан.
-Рәхмәт,яҙмыш!-тиеп ҡабатлайым,
Йәшәгәнгә һеҙҙең тарафтарҙа.
Барып инһәм -ишегегеҙ асыҡ,
Туғандарҙай ҡаршы алаһығыҙ.
Әллә ҡайҙан шул саҡлы изгелек-
Матур-матур һүҙҙәр табаһығыҙ.
Мең рәхмәттәр ,тим мин яҙмышыма,
Һеҙҙең менән итте табындаш та.
Тамсы изгелегем тейһә Һеҙгә,
Бәхетем тулы булыр,ауылдаштар!