Баш осомда оса ҡоҙғондар,
Көсһөҙ ҡулдар йоҙроҡҡа төйнәлеп,
Йөрәк тапҡырына ҡундылар.
Устарымда туңған йәнем илай-
Күҙ йәшемдән ,әллә,күшекте...
Өмөтөмдө ,инде өҙәм тигәс,
Әллә өндә,әллә төштә булды,
Шундай серле һүҙҙәр ишеттем:
-Болот артында бит һәр саҡ ҡояш,
Болот шаршауҙарын үҙең ас!
Асайым да болот шаршауҙарын,
Ал ҡояштан нурҙар һорайым.
Барыр юлдарымды гел кәртәле,
Гел тау-ташлы итмә,хоҙайым.
Миңә генә инселәнгән бәхетем
Әҙәм балаһына күп кәрәкме-
Уңыш мине юлдаш-иш итһен!..
Әллә төштә,әллә өндә булды,
Тағы серле һүҙҙәр ишеттем:
-Үҙ ҡулдарыңда бит үҙ бәхетең,
Ҡыйыуыраҡ атла алға,кешем!