Әлшәй хәбәрҙәре
+21 °С
Ясно
Баш
Тат
Ижад
31 Августа 2018, 07:13
Һиңә арнап...
Һиңә арнап,алтын түгел, Ябай шиғыр яҙаһым бар, Сөнки,әйтмәй ҡалған һүҙҙең Йөрәгемдә яраһы бар.
Һиңә арнап,алтын түгел,
Ябай шиғыр яҙаһым бар,
Сөнки,әйтмәй ҡалған һүҙҙең
Йөрәгемдә яраһы бар.
Аҡ күлдәкле ҡыҙый булып,
Төштәреңә керәһем бар,
Үкенескә ҡалмаһын,тип,
Һыуырып бер үбәһем бар.
Яңғыҙ ҡалып аҡ ҡайынға
Моң-зарҙарым түгәһем бар, Йондоҙҙарҙан нурҙар алып
Һуҡмағыңа һибәһем бар.
Юлдарымда бер осратып,
Яндарыңда туҡтайһым бар.
Гөрләп үткән туйың менән,
Яңы тыуған улың менән,
Саф күңелдән ҡотлайһым бар.
(1979)
Гөлнур Ғиззәтуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"