Ижади, һәләтле ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында үткәрелгән “Ғаилә мозаикаһы” район конкурсы Ғаилә йылына арналған тантаналар араһында иң тулҡынландырғыс һәм онотолмаҫ байрамдарҙың береһе булды.
Фестиваль район ауылдарынан ныҡлы, ижади һәм иң татыу ғаиләләрҙең нәфис биҙәктәрен йыйып, алты зона буйынса уҙҙы. Райондың 35 ауылынан 37 ғаилә үҙҙәренең традицияларын, талантын, эшһөйәрлеген, ҡыҫҡаһы, бәләкәй дәүләттәренең нимә менән көслө булыуын күрһәтте.
Конкурс программаһының бөтә этаптарын уңышлы үтеп, ә уға визит карточкаһы, ғаилә фотоһы (декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе), “Мин һәм ғаиләм” ижади номеры һәм мода күрһәтеү инде, ун ике ғаилә финалға сыҡты.
- Бөтә командалар ҙа лайыҡлы сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле ине, әммә ҡайһы берҙәренә әҙерлек, кемгәлер ойошҡанлыҡ етмәне, - ти жюри ағзаһы Татьяна Жуковская. – Айырыуса күргәҙмәләрҙең күп төрлө булыуын билдәләп үтке килә. Әлшәйҙә таланттар күп шул! Унда аппликация, сигелгән һәм бәйләнгән әйберҙәр, оригами, ағасты һырлап эшләнгән әйберҙәр ҙә бар ине. Бәйгелә ҡатнашыусылар мода күрһәтеү өсөн өҫ кейемдәре әҙерләүгә лә үҙенсәлекле ҡараған. Сүп-сар өсөн тоҡтарҙан, пластик һауыт-һабанан, гәзиттән, изолондан, фольганан, төҫлө ҡағыҙҙан, салфеткаларҙан, ашъяулыҡтан, шәкәр ҡапсыҡтарынан һәм башҡа ғәҙәти булмаған материалдарҙан (конкурстың төп шарты шундай ине) тегелгән костюмдар иҫ киткес матур килеп сыҡҡан.
Шулай итеп, гала-концерт та килеп етте. Шаршау артында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа тулҡынлана, барыһы ла ығы-зығы килә, кемдер тауышын көйләй, кемдер бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай, ә кемдер дефиле өсөн модалы кейемен тәртипкә килтерә.
Тамаша башлана. Сәхнәгә тәүгеләрҙән булып Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Садиҡовтар сыҡты. Ғаилә башлығы Наилдең ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы, улдары Рамазандың уға ҡушылып халыҡ йыры “Любезники-любизар”ҙы оҫта башҡарыуы тамашасыларҙың күңелен әсир итте. Кескәй Диләнәң һәм әсәйҙәре Фирүзәнең сығышы ла тамашаға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне.
Иҫке Васильевканан Йосоповтар командаһының сығышы ла сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Өс бала үҫтергән Әлфир менән Әлфиәнең эшһөйәр ғаиләһендә тәрбиәгә алынған Владик менән Алик та ата-әсә наҙын һәм хәстәрлеген тойоп үҫә. Йосоповтар күрһәткән дефилела королева, батша ярандары һәм өс йәшлек принц – Данисты залда ултырыусылар алҡыштарға күмде. “Әлшәй хәбәрләре” гәзитенән костюм кейгән текә татар егете мода һөйөүселәрҙә һоҡланыу уятты.
Балғажы ауылынан бер нисә тапҡыр республика ғаилә конкурстарында призлы урындар яулаған Хажиевтар гәзит уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш – улар дүрт баланы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған. Был ғаилә тәүҙә - Павел менән Александрҙы, унан инде Даниил менән Тимофейҙы тәрбиәгә алған. Рус малайҙарының барыһы ла башҡорт телен яҡшы белә. Ә Александр иһә башҡортса шиғырҙар ижад итә һәм халыҡ йырҙарын да башҡара.
Воздвиженканан Федоровтар биш бала һәм ике ейән үҫтерә. Был ҙур һәм татыу ғаилә быуындан-быуынға күсеп килеүсе традициялары менән көслө. Федоровтар милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеп хатта “федоровтар” йолалары ла булдырған. Һәр йәкшәмбе улар ата-әсә йортона йыйылып, халыҡ байрамдарын милли аш-һыу әҙерләп бик күңелле үткәрә, ә иң мөһиме, бер-береһен ҡурсалап һәм ярҙам итеп, берҙәм йәшәй.
Тавричанка ауылынан Мовсесяндарҙың ғаиләһе тураһында ла гәзитебеҙ биттәрендә мәҡәләләр күп баҫылды. Был ғаиләгә тәрбиәгә алынған өс бала – Вася, Юля һәм Ирина ла ата-әсә һөйөүен һәм наҙын татып үҫә. Мовсесяндар мода күрһәтеү конкурсында сүп-сар тоҡтарынан һәм гофрланған төҫлө ҡағыҙҙан тегелгән зауыҡлы кейемдәрҙә сығыш яһап, тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Никифарҙан Ғиззәтуллиндар ҙа ысын артистарҙан һис ҡалышманы, улар конкурсҡа ҡыҙыҡлы мини-спектакль әҙерләгәйне. Линар һәм Алһыу нисек ғаилә ҡороуҙарын, тормоштарындағы мөһим ваҡиғаларҙы, нисек йәшәүҙәрен мауыҡтырғыс итеп тасуирлап, тамашасылар һөйөүен яуланы. Хозур тәбиғәтле ауыл декорацияһы, биҙәлгән туй машинаһы, йәшелсә баҡсаһында үҫкән кәбеҫтәнән тәүге сабыйҙары – Исламды табыуҙары һәм аҡ ҡауҙы (аист) ҡанаттарында оҙаҡ көтөлгән ҡыҙҙары Айназаны алып килеүе ғаилә мозаикаһына сағыу биҙәктәр өҫтәне.
Отрада ауылынан Жуковскийҙар ҙа артистарса оҫталыҡтары менән тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын әсир итте. Өс бала тәрбиәләүсе йәш ғаилә конкурсҡа ентекле әҙерләнгән. Ҡыҙҙары Алена, улдары Володя һәм Радим да ата-әсәһенә ихлас ярҙам итте. Был команда бик оҫта итеп шаян шиғырҙар һәм дәртле йырҙар башҡарҙы. Уларҙың “Яблочко” бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде. Ә мода күрһәтеүҙә төрлө төҫтәге ҡағыҙ салфеткаларҙан тегелгән ҡупшы күлдәктәре менән һоҡландырҙылар.
Был көндө Шишмә ауылынан Ямалетдиновтар (команда намыҫын йәш һәм талантлы Аделина яҡланы), Түбән Әүрездән мода конкурсына боронғо стилдә гәзиттәрҙән, сүп-сар тоҡтарынан һәм полипропилендан өҫ кейемдәре тәҡдим иткән Муллағәлиевтар, пластик тәрилкә, ҡалаҡтар, вилкаларҙан үҙенсәлекле костюмдар коллекцияһын күрһәткән Ғәлиуллиндар (Торонтайыш ауылы), Ҡырымдан “Ауылым минең” йырын башҡарған аталы-уллы Щербаковтар һәм төҙөлөш материалдары төргәктәренән тегелгән костюмдар күрһәткән Чегодаевтар (Ниғмәтулла ауылы) “Ғаилә мозаикаһы”на йәм өҫтәне.
Тулҡынландырғыс бүләкләү тантанаһы етте. “Ғаилә мозаикаһы”нда Федоровтар – “Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы ғаилә”, Ямалетдиновтар – “Һәр яҡлап оҫта ғаилә”, Чегодаевтар – “Күп балалы ғаилә”, Щербаковтар “Ауыл ғаиләһе” номинацияларында билдәләп үтелде. “Үҙенсәлекле стилдә дефиле” – Муллағәлиевтар, “Креатив дефиле” өсөн Ғәлиуллиндар махсус приз алды. Жюри Никифар ауылынан артистарса һәләтле Ғиззәтуллиндар һәм Отраданан Жуковскийҙарға беренсе урын бирҙе. Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Садиҡовтарҙың һәм Иҫке Васильевканан Йосоповтарҙың музыкаль ғаиләләре икенсе урын алды. Балғажынан Хажиевтарҙың һәм Тавричанканан Мовсесяндарҙың креатив ғаиләләре өсөнсө урынға сыҡты.
Афарин! Был көндө райондың төп сәхнәһендә сығыш яһаған ата-әсәләргә лә, балаларға ла һәм үҙҙәрен лайыҡлы тотҡан кескәйҙәргә лә афарин! Ғаиләнең көсө - берҙәм булыуҙа, бер-береңде һынатмауҙа сағылалыр, моғайын. Һеҙ барығыҙ ҙа ысын команда, һис тә һынатманығыҙ үҙегеҙгә лә, тамашасыларға ла бына тигән һоҡланғыс байрам бүләк иттегеҙ.