Рәссамдың әҫәрҙәре М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Тобол художество музейында, Орск картиналар галереяһында, Рәсәйҙә, Германияла, Сербияла, Төркиәлә, Азербайжанда шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
«Рәмил Миһрановҡа ышандырырлыҡ шиғри образдар тыуҙырыу, Ерҙәге ысын матурлыҡты тоя белеү сифаттары хас, — тип яҙа сәнғәт белгесе Светлана Сорокина. — Рәмил Миһранов эштә бик әүҙем, ул яңы тәьҫораттар, романтик тауыштар эҙләй, уларҙы эштәрендә күрәбеҙ ҙә инде. Рәссамдың әҫәрҙәре уның шиғри һынлы сәнғәт һәләтен иҫбатлай – был иң мөһиме».
Экспозиция сентябрь урталарына саҡлы дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәби бүлегендә.