Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
6 Февраль 2018, 02:00

Подиумда - йәш модельерҙар

Өфөлә “Премьера” модель агентлығы үткәргән фестивалгә бөтә республиканан һәм яҡын төбәктәрҙән йөҙләгән һәләтле бала йыйылды. Был мәртәбәле бәйгелә районыбыҙ данын Пионерҙар йортоноң Наилә Сәләх ҡыҙы Ҡорбанғәлиева етәкселегендәге “Нәфис ҡул эштәре” берекмәһе уҡыусылары яҡланы.

Сара балалар мода театры һәм ижади студияларының кейем коллекцияһын тәҡдим итеүҙән башланды. Беҙҙең йәш модельерҙар “Крейзи-вул” алымы менән аксессуарҙар” коллекцияһын күрһәтеп, “Ҡулдан эшләнгән әйберҙәр” номинацияһында еңеүсе булды, кубок һәм конкурс дипломы менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, һәр оҫта илһамланып ижад итеү осоронда эҙләнеүҙәр өҫтөндә була. Ә бына тиҙ үҙгәреүсән модаға “ярар өсөн” тап “Крейзи-вул” – туҡылмаған трикотаж яһауҙың ҡыҙыҡлы алымы ярҙамға килә лә инде.
Читайте нас: