Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ижад
12 Декабрь 2017, 14:02

Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң...

Иң матур, тылсымлы байрам яҡынлаша, уны балалар ғына түгел, ололар ҙа ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып, түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ә Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршылау үҙебеҙҙән тора.

Иң матур, тылсымлы байрам яҡынлаша, уны балалар ғына түгел, ололар ҙа ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып, түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ә Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршылау үҙебеҙҙән тора.
Ә бөгөн, хөрмәтле дуҫтар, беҙ һеҙҙе был тылсымлы байрамда үҙегеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр, ваҡиғалар тураһында һөйләргә саҡырабыҙ.
Бәлки, һеҙ уны шиғыр юлдары менән тәҡдим итерһегеҙ?
Бәлки, һеҙҙең дуҫтарығыҙ, күршеләрегеҙ, туғандарығыҙ боҙҙан иң матур һын яһағандыр?
Йәки һеҙ, оҫта хужабикә, яңы йыл өҫтәленә телде йоторлоҡ ризыҡ әҙерләгәнһегеҙ һәм уның рецебы менән бүлешергә теләйһегеҙҙер?
Һеҙҙән хаттар һәм фотоһүрәттәр көтөп ҡалабыҙ! Уларҙың бөтәһе лә гәзитебеҙ сайтында, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә ҡуйыласаҡ, ә иң ҡыҙыҡлылары “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендә баҫылып сығасаҡ!
Беҙҙең адрес: 452122, Раевка ауылы, Киров урамы, 3. Электрон адресыбыҙ: Alvesti@yandex.ru.