Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр

Басма турында

Басма турында

Баҫма тарихында – район тарихы

Район гәзите 1935 йылда ойошторола һәм шунан бирле уның яҙмышы район яҙмышы менән тығыҙ бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, һуғыштан һуң илебеҙҙе тергеҙгән, халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырған йылдарҙа ла, ауыр үҙгәртеп ҡороу осоронда ла ул үҙ уҡыусылары менән бергә булды.

Тәүге һандарынан уҡ “Әлшәй хәбәрҙәре” ауыл халҡына оператив һәм иң дөрөҫ мәғлүмәт биреп, улар өсөн рухи һәм әхлаҡи үҫеш сығанағына әйләнде. Ул бик күп темаларҙы, тәү сиратта, райондың агросәнәғәт комплексына ҡағылған мәҡәләләрҙе яҡтырта. Бынан тыш, кесе бизнестың үҫешен, мәҙәниәт һәм спорт тормошон, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләр ҙә даими баҫыла.

Гәзитебеҙҙә күтәрелгән темаларҙың күплеге уҡыусылар аудиторияһының төрлө һәм, әлбиттә, ауыл эшсәндәре тормошоноң ваҡиғаларға бай булыуын дәлилләй. Ауыл биләмәләре башлыҡтары гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Биләмәләр проблемаларын журналистар һәр ваҡыт көн ҡаҙағында тотто.

Гәзиттә һәр саҡ ысын энтузиастар һәм үҙ һөнәренә ғашиҡ, уның бөтә нескәлектәрен белгән кешеләр эшләне. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан фронтовиктар Г. Т. Евдокимов, Р. В. Тюренков, М. Г. Хажиғәлиев баҫма тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырҙы.

А. Богданов, Г. Ғилманов, Х. Камалов. Г. Г. Абдуллин, Г. Ғәйнетдинова, Р. Магазов, М. Солтанов, Ломакин, Морозова, Краснов, Киселев, Максимов, А. Семенов, Г. Т. Евдокимов, П. Е. Филатов, Ә. З. Шакиров, Р. М. Латипов, И. И. Такалов, А. А. Лакеев, Т. П. Пискарева төрлө йылдарҙа гәзиттең мөхәррирҙәре булып эшләне.

Уҡыусыларыбыҙ төрлө йылдарҙа гәзит биттәрендә баҫылған мәҡәләләр буйынса журналистар В. В. Шмаков, С. А. Ғәлиев, Х. М. Ҡотлобаев, С. Д. Аҫылгәрәев, Н. В. Покотило, Р. Б. Хәкимов, Р. М. Латипов, Ф. Ф. Зарипов, А. Р. Кирәева, Р. У. Шәкүрова, Л. М. Ғатауллина, Ф. Ө. Ниғмәтйәнова, Р. Р. Имамовтың һәм урындағы матбуғат үҫешенә ҙур өлөш индергән башҡа хәбәрселәрҙең исемдәрен яҡшы хәтерләй. Г. Н. Минишева, Т. Х. Лоҡманова, Н. Х. Туғанова, Г. К. Ғәзизова, Р. Х. Вахитова, К. Г. Суббота, Ш. Ш. Ғәбдуллина, М. Ф. Әйүпова, В. И. Ҡадирова, М. А. Әхмәтова һәм башҡалар район гәзитенә ғүмерҙәренең бик күп йылдарын арнаны.

“Әлшәй хәбәрҙәре”нең штаттан тыш хәбәрселәре лә бихисап. Улар гәзит уҡыусыларыбыҙҙың хөрмәтен яулаған З. З. Йәлилова, В. А. һәм П. М. Кулагиндар, Э. Ш. Шевяхова. Х. Г. Шәмсетдинова, Н. Я. Федорова, И. Ш. Ғәзизова, Р. Х. Солтанова, А. В. Кудрявцева, Б. Н. Насиров, С. Б. Тажиев, И. З. Мөхәмәтйәнов, М. С. Солтанов, С. Көҫәпҡолов һәм башҡалар. Билдәле шағирҙар Гөлфиә Юнысова, Шамил Анаҡ, Рәшит Шәкүр, Әмир Мәхмүтов район гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте.

Һис шикһеҙ, редакцияла эшләгән һәм әлеге ваҡытта эшләүсе үҙ һөнәренең оҫталары бөтә замандарҙа ла баҫманың төп байлығы булды һәм булып ҡала. Улар тик мәҡәләләр яҙыу һәләте менән генә түгел, ә сит кешеләрҙең проблемаларын аңлай һәм ярҙам итә, заман һулышын тоя белеүҙәре, принципиаллелектәре менән дә айырылып тора. 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә яуаплы секретарь М. Ғ. Вәлиуллина, ҡәләм оҫталары Ф. Р. Суфиянова, И. В. Владимирова, А. И. Мөхәмәтдинова, дубляж буйынса бүлек мөдирҙәре Р. Ф. Хөсәйенова һәм Л. З. Филипова, тәржемәселәр Р. Ғ. Мохатова һәм Л. Ғ. Ғиниәтуллина, версткалаусылар Л. Абдулова һәм Р. Х. Һиҙиәтуллина гәзиттең һәр һанын сығарыуға күп көс һала.

Баҫмабыҙ шулай уҡ бухгалтер (ветерандар Л. Н. Ғимранова, Т. А. Щеткина, әле эшләүсе А. С. Козловский), техник персоналдың (ветеран Г. Г. Хәбибуллина, Т. В. Ильиных), реклама бүлегенең дә (Л. П. Маслич, А. Ф. Антипина) хеҙмәте. Был кешеләр – ҙур тарихтың, беҙҙең тарихыбыҙҙың бер өлөшө.

Гәзиттең “тыуыуы” – үҙе бер мөғжизә. Уның артында бөтә коллективтың ҙур хеҙмәте тора: аныҡ ритм, ашығыс заданиелар һәм материалдар, ваҡыттың, гәзит биттәренең сикләнгәнлеге, яңы фекерҙәр эҙләү, йоҡоһоҙ төндәр.

Заманалар ҙа, гәзиттең исемдәре лә үҙгәрә, ә урындағы баҫманың тәғәйенләнеше элеккесә ҡала – халыҡҡа илебеҙҙә, республикабыҙҙа, районыбыҙҙа булған хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәр итеү, кешеләрҙе яҡшы эштәргә һәм ғәмәлдәргә, илһөйәрлеккә өндәү, ябай эшсәндәр тураһында бәйән итеү.

Бөгөн гәзит биттәрендә әллә күпме материалдар донъя күрә! Ул биттәрҙең ни бары дүртәү булыуы түгел, мәҡәләләрҙә кем һәм нәмә тураһында яҙылыуы, редакция коллективының гәзитте бөтә күңелен һалып сығарыуы мөһим. Бөгөнгө гәзит яңылыҡтары буйынса киләсәк быуындар беҙҙең турала һәм заманыбыҙ тураһында фекер йөрөтәсәк. Тиҫтәләрсә йылдар дауамында һарғайып бөткән гәзит биттәре. Уның һәр һаны – тарих. Мәҡәләләрҙә – олатайҙарыбыҙҙың тормошо, атай-әсәйҙәребеҙҙең йәшлеге, үҙебеҙҙең үткәндәребеҙ һәм бөгөнгөбөҙ.


 

Ровесница района

С самых первых дней создания газета стала летописью жизни района. Богатая история, хорошие традиции, яркие имена, тысячи зажигательных статей — вот что вобрали в себя эти годы. Первый номер «районки» вышел в свет 27 февраля 1935 года. Он был посвящен первой конференции районной организации ВКП(б), которая проходила под девизом: «Альшеевский район должен быть впереди»! Поначалу издавались две самостоятельные газеты — «Сталинец» и «Сталинче» (на татарском языке). Двухполосные, они выходили один раз в неделю. 

Первым редактором русской газеты был Богданов, татарской – Гильманов. Штат состоял из редактора, ответственного секретаря и двух литсотрудников. Эти люди и выпускали газету. Один из них, Мустафа Султанов, затем всю жизнь работал в республиканской газете «Совет Башкортостаны». Когда началась война и мужчины во главе с редакторами ушли на фронт, пришли в газету молодежь, женщины.

С 1 января 1955 года наша «районка» одной из первых в республике начала выходить три раза в неделю на четырех страницах и дублироваться на татарском языке. В 1959 году была переименована в «Путь Ильича».

В 1963-м, в пору хрущевской перестройки, когда объединились три района — Альшеевский, Давлекановский и Миякинский, в Раевке начала выпускаться объединенная газета под названием «Дема», дублируясь на башкирский и татарский языки. Был подобран сильный творческий коллектив, редактором стал А. Ф. Семенов — бывший работник Бижбулякского райкома КПСС, ответственным секретарем — Х. Ахметзянов, позднее редактировавший газету «Автонормаль» в г. Белебее, заместителем редактора — Г. Т. Евдокимов (до и после этого — редактор Альшеевской райгазеты), замом по татарскому дубляжу — М. Г. Хазигалиев, по башкирскому дубляжу — Г. Ш. Равилова (бывший редактор Давлекановской райгазеты).

В 1964 году районы были восстановлены, и у нас начала издаваться газета «Знамя ленинизма». В ней работало немало замечательных людей: Р. В. Тюренков, В. В. Шмаков, И. Г. Насибуллин, Д. Н. Габдуллин, Г. Н. Минишева, Г. К. Газизова, Р. Вахитова, Т. Лукманова, Л. Н. Гайнанова и многие другие. С газетой сотрудничали известные поэты Шамиль Анак, Рашит Шакур, Амир Махмудов, здесь были опубликованы первые стихи Гульфии Юнусовой. Редакторами были в разные годы упомянутый выше Г. Т. Евдокимов, П. Е. Филатов, А. З. Шакиров, И. И. Такалов (ныне редактор Зилаирской райгазеты), А. А. Лакеев, Т. П. Пискарева.

В районной газете начали свой путь видные журналисты республики Рауф Хакимов, Николай Покотило, Альмира Киреева, Раиля Шакурова. Долгие годы отдали ей большие профессионалы Султан Галиев, Хабир Кутлубаев, Салимгарей Асылгареев, Лилия Гатауллина, Фагима Нигматзянова, которые своим творчеством подняли газету на высокую планку.

В 90-х годах с началом перестройки в стране ушла в прошлое коммунистическая идеология, газету снова предложили переименовать. На этот раз название ей придумывали сами сотрудники, остановились на одном из предложений — «Альшеевские вести». Под этим звучным названием она выходит по сей день. И по сей день над каждым ее выпуском работают истинные газетчики, знатоки своего дела. Это ответственный секретарь Минзиля Валиуллина, заместители по дубляжу Резеда Хусаинова и Люция Филиппова, корреспонденты Ирина Владимирова, Айгуль Мухаметдинова, Фануза Суфиянова, переводчица Роза Мухатова, инженеры верстки Гульназ Гимранова, Рузина Идиатуллина и Лилия Абдулова, наборщики Рамзиля Арсланова, Люзия Гиниатуллина, корректор Виктория Демешова, рекламный агент Алина Антипина. Лицо у редакции женское, задорное, за исключением главного бухгалтера Алексея Козловского, водителя Ивана Жуковского. Возглавляет этот творческий коллектив Светлана Жуковская. 

Вместе с газетой росло не одно поколение альшеевцев. Как бы не менялся ее облик, под какими бы названиями не издавалась, она всегда была и остается для них самой желанной из всех газет, ее читают почти в каждом доме.

Многое кануло в лету, и, как говорил античный мудрец, пройдет и это, нынешнее. Но стоит достать с полок старые подшивки, перелистать страницы «районки», и вновь оживают «события, факты, люди». И этот пока еще не вышедший номер газеты, над которым работает редакция, прослужит еще очень долго. Пройдут годы, и по публикациям в газете потомки будут судить о нашем времени.