Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 14:08

Ҡан тапшырыу нисек үтә?

Алдағы яҙмала Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре менән донор булыу тураһында һөйләштек. Хәҙер ҡан тапшырыу процедураһының нисек үтеүен аңлатабыҙ.

Процедураға барыр алдынан ҡан биреү хеҙмәтенең мобиль ҡушымтаһын күсереп алығыҙ:
- Google Play – vk.cc/3q8fsL
- App Store – vk.cc/chpyCw
- AppGallery – vk.cc/bY2GCJ

Күсереп алғандан һуң Республика ҡан биреү станцияһы регистратураһында йәки бер тапҡыр ҡан биргәндән һуң күсмә бригада белгестәренән ҡан биреү өсөн код алырға кәрәк. Кодты ҡушымта аша теркәлгәндә индерергә. Ул 24 сәғәт эсендә эшләй башларға тейеш. Әгәр 24 сәғәттән ашыу ваҡыт үтеп тә код эшләп китмәй икән, ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ: [email protected].

Ҡан биреү процедураһы:

Регистратура

Донор паспорт һәм СНИЛС документын күрһәтә. Белгес мәғлүмәт базаларындағы мәғлүмәттәрҙе тикшерә, карта аса һәм донорға һаулыҡ торошо, йәшәү рәүеше хаҡында анкета тултырырға ҡуша.

Табип-трансфузиологта ҡаралыу

Табип донорҙы тикшерә һәм анкетаны өйрәнә. Донорҙы процедураға индереү тураһындағы һуңғы ҡарарҙы ул ҡабул итә. Медицина яғынан сикләү булһа, табип уның сәбәбен аңлата һәм ваҡытын билдәләй.

Бармаҡтан экспресс ҡан анализы алыу лабораторияһы

Гемоглобин кимәлен, ҡан төркөмөн һәм өҫтәмә параметрҙарын асыҡлау өсөн донорҙы тикшерәләр. Кешенең был көндө донор була алыу-алмауы тикшереү һөҙөмтәләренә бәйле.

Ҡан биргәнгә тиклем ял итеү

Ҡан тапшырыр алдынан донорға ял итергә кәрәк. Организмда шыйыҡса балансын һаҡлап ҡалыу өсөн уға татлы сәй һәм һыу тәҡдим итәләр.

Ҡан биреү

Процедура донор өсөн уңайлы шарттарҙа үтә. Ҡанды стерилләнгән, ябыҡ, бер тапҡыр ҡулланыла торған махсус системаларға алалар.

Аҙыҡ түлек компенсацияһы һәм ял көндәре

Донорҙар өсөн ташламалар тураһында ошонда уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: