Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2023, 12:35

Башҡортостандың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары матди-техник базаны үҫтереүгә грант алырға мөмкин

Башҡортостандың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары матди-техник базаны үҫтереүгә 70 миллион һумға тиклем грант алырға мөмкин.

Шарттары:
– кооператив республикалағы ауыл биләмәһендә йәки ауыл эргәһендә теркәлгән булырға тейеш;
– 1 йылдан ашыу эш алып барыу;
– продукцияны эшкәртеү һәм һатыу килемдең кәм тигәндә 70 процентын тәшкил итергә тейеш.

Грант алыу өсөн Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү төҙөргә һәм конкурстың һайлап алыу турын үтергә кәрәк.

Конкурста ҡатнашыу өсөн министрлыҡҡа ғариза һәм түбәндә күрһәтелгән документтар пакетын тапшырырға кәрәк:

юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрынан белешмә; һалым һәм йыйымдар түләү буйынса бурыс булмауы тураһында һалым органынан белешмә; квалификацияһы юҡҡа сығарылған кешеләр реестрында мәғлүмәттәр булмау тураһында белешмә; республика бюджеты алдында бурыс булмау тураһында белешмә; сығымдар планы; үткән йыл өсөн декларация күсермәһе; бизнес-план; берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан белешмә; етәксенең паспорт күсермәһе; ауыл хужалығы етештереү кооперативы уставы күсермәһе; проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса булыуын раҫлау өсөн банк иҫәбенән белешмә һәм башҡа документтар.

Тулы исемлек, шулай уҡ грант алыу шарттары – Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында: https://vk.cc/crTCFE

Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн Ауыл хужалығы министрлығына ғариза бирергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-44.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында төбәктә бизнесҡа күрһәтелгән бөтә ярҙам саралары INVESTRB.RU порталында тупланған

#Бизнес

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: