Башҡортостандың эш биреүселәре, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырған осраҡта 140 мең һумға тиклем субсидия алырға мөмкин.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы эшкә алыуҙы субсидиялау программаһын киңәйтергә тәҡдим итте: https://vk.cc/crIHC3
Эш биреүселәр ике осраҡта дәүләт ярҙамы алырға мөмкин:
— төбәк квотаһынан тыш инвалидты эшкә урынлаштырыу;
— инвалид йәки инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаһы ойоштороусы булған предприятиеға һәм шәхси эшҡыуар эшкә алғанда
Тәүге осраҡта дәүләт ярҙамы, түләнгән страховка иғәнәләрен һәм район коэффициентын иҫәпкә алып, 4,5 минималь эш хаҡы күләмен тәшкил итә. Был — һәр эшсегә яҡынса 105 мең һум. Инвалид эшсегә компанияла яраҡлашырға һәм унда оҙаҡ ваҡыт төпләнергә булышлыҡ итеү өсөн субсидия өс этапта бирелә. 1 минималь эш хаҡы күләмендәге тәүге түләү — эшләй башлағандан һуң бер ай үткәс, 1,5 минималь эш хаҡы күләмендәге икенсе түләү — өс айҙан һуң, 2 минималь эш хаҡы күләмендәге өсөнсө түләү ярты йылдан һуң бирелә.
Икенсе осраҡта дәүләт яңы хеҙмәткәр алыуға тотонолған сығымды 6 минималь эш хаҡы күләмендә финанслай. Был — һәр эшсегә 140 мең һум самаһы. Түләүҙәр эҙмә-эҙлеклелеге шундай уҡ — субсидия 1, 2 һәм 3 минималь эш хаҡы күләмендә өс транш итеп түләнә.
Программала нисек ҡатнашырға?
«Рәсәйҙә эш» порталында ғариза бирергә һәм айырым юл менән эш урындарының квотанан тыш бирелеүен күрһәтергә кәрәк. Йәки бирелгән исемлектән һайларға — инвалидтар категорияһындағы шәхси эшҡыуар, инвалидтар йәмғиәте йәиһә ойоштороусы - инвалид гражданин.
Тулыраҡ мәғлүмәт – сатта: https://vk.cc/crIHDY
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан