Әлшәй хәбәрҙәре
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 11:37

Республикала I «Ирҙәр ҡоро» ойошторола

Башҡортостанда 16 апрелдә «Торатау» конгресс-холында I «Ирҙәр ҡоро» уҙғарыла. Сараны ойоштороусы – республика башлығы хакимиәте булышлығында Башҡортостан Республикаһының «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Башҡортостанда 16 апрелдә «Торатау» конгресс-холында I «Ирҙәр ҡоро» уҙғарыла. Сараны ойоштороусы – республика башлығы хакимиәте булышлығында Башҡортостан Республикаһының «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Форумда йәмәғәтселәр, әүҙемселәр, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, республиканың муниципаль райондарынан һәм ҡала округтарынан инициативалы ир-уҙамандар ҡатнаша.
Сараның төп бурыстары – Ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ир-егеттәрҙең ҡала, район һәм ауылдарҙың ижтимағи тормошонда ҡатнашыуын әүҙемләштереү маҡсатында «Ил терәге» наградаһын тапшырыу.
«Бындай сара республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла. Ойоштороусылар алдында ауылдарҙан, райондарҙан әүҙем ир-егеттәрҙе туплап, берлектә эшләү бурысы тора. Урал аръяғында ир-егеттәр берләшмәләре бар, ойошмабыҙ һөҙөмтәле эшләһен өсөн эште системаға һалыу, аныҡ маҡсаттар билдәләү һәм шуларға бергәләп өлгәшеү мөһим. Төп йүнәлештәребеҙ айыҡ йәшәү рәүешенә, йәмғиәттә атайҙарҙың ролен күтәреүгә, райондарҙа ирҙәр ҡорҙары менән эште ойоштороуға ҡағыла. Уларҙы тормошҡа ашыру өсөн Башҡортостан ирҙәренең I ҡорон йыябыҙ», – тип билдәләне «Ирҙәр ҡоро» рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Форумға forum_men_rb берләшмәһендә теркәлергә мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: