Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 09:43
Башҡортостанда 106 предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылған
“Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһында һаҡсыл технологияларҙы файҙаланыу ярҙамында 1,3 миллион һум аҡса экономияланған.
“Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһында һаҡсыл технологияларҙы файҙаланыу ярҙамында 1,3 миллион һум аҡса экономияланған.
Шулай итеп, предприятиела Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә һаҡсыл технологияларҙы файҙаланыу маҡсатында иҡтисади һөҙөмтә 1,3 миллион һум тирәһе тәшкил иткән. Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты инструменттарын файҙаланыу ярҙамында тауыҡ итен етештереү буйынса пилот проекты ярҙамында предприятие ярты йыл эсендә бер хеҙмәткәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеген 15 процентҡа арттырған. Бынан тыш, процесс ағышы – 29, ә тамамланмаған етештереү күләме 45 процентҡа кәмене”, – тине Айрат Фәхретдинов.
Әйткәндәй, бөгөнгә Башҡортостан Республикаһының 106 предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән 2018 йылда раҫланған һәм 2024 йылға тиклем илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа арттырыуға шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Milli-proekt-yar-am-itk-n-738166/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла