Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 10:38

“Ер сәғәте” акцияһында ҡатнаш!

Йыл һайын март айының һуңғы шәмбеһендә Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды экология мәсьәләләрен, планета климатын һәм уның сикләнгән ресурстарын һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтеү маҡсатында халыҡ-ара “Ер сәғәте” акцияһы үткәрә.

Был шәмбелә, 27 мартта, 20 сәғәт 30 минуттан 21 сәғәт 30 минутҡа тиклем, бөтә ерҙә, шул иҫәптә беҙҙең районда ла, йәмәғәт биналарында, предприятие һәм ойошмаларҙа, магазин һәм кафеларҙа яҡтыртҡыстар һүндереләсәк. Әммә хәфефһеҙлек һаҡлау маҡсатында урамдарҙа ут янасаҡ, светофорҙар штатҡа ярашлы эшләйәсәк.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш акцияһында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн тик бер сәғәткә генә өйҙә утты, телевизорҙы, көнкүреш приборҙарын һүндереп торороға һәм экологик хәлде яҡшыртыу өсөн бөтәһен дә эшләйбеҙме, юҡмы икәнлеге хаҡында уйларға ғына кәрәк.

Зимлә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: