Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 15:20

Быйыл ун беренсе синыф уҡыусыларын ниндәй яңылыҡтар көтә?

Мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, быйыл район мәктәптәрен 175 егет һәм ҡыҙ тамамлай.

Алда торған БДИ беҙгә нимә әҙерләй?
Мәҫәлән, һынауҙарҙы ваҡытынан алда үткәреү осоро ғәмәлдән сығарылған, БДИ-ҙы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән ун беренсе синыф уҡыусылары ғына тапшырасаҡ. Математика буйынса база кимәлендәге имтихан үткәрелмәйәсәк. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә йыйынмаған уҡыусыларға урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн математика һәм рус теле буйынса сығарылыш имтихандарын тапшырырға кәрәк. Имтихан эштәрен улар үҙ мәктәптәрендә яҙасаҡ. Ә алдан билдәләнгән расписаниеға ярашлы, юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итеүселәр өсөн БДИ тапшырыуҙың төп осоро 31 майҙан 25 июнгә тиклем буласаҡ.
Быйылғы уҡыу йылынан йомғаҡлау иншаһын (изложение) үткәреү ваҡыты 2 декабрҙән 15 апрелгә күсерелде. Рус теле һәм информатиканан Берҙәм дәүләт имтихандары ике көн дауамында үткәреләсәк. Тағы бер яңылыҡ - информатика буйынса имтиханды сығарылыш синыф уҡыусылары беренсе тапҡыр компьютерҙа тапшырасаҡ. Быйылға тиклем улар имтиханды ҡағыҙҙа яҙҙы.
Мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, быйыл район мәктәптәрен 175 егет һәм ҡыҙ тамамлай. Уларҙың барыһы ла БДИ тапшырыу фәндәрен һайлаған. Ун беренсе синыф уҡыусылары араһында, элеккесә, иң популяры - профилле математика, уны - 94, артабан йәмғиәтте өйрәнеү фәнен - 58, химияны 45 уҡыусы һайлаған. Биологиянан - 37, физиканан - 36, шулай уҡ тарих һәм информатиканан – 19, инглиз теленән 17 кеше имтихан тапшыра. Алты уҡыусы әҙәбиәт, дүртәү географияны тапшырасаҡ.
БДИ 2020 йылда раҫланған санитар-эпидемиологик талаптарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм нормативтарны күҙәтеп үткәреләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең районда БДИ уҙғарыу пункты - М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы.
Әйткәндәй, күнекмә БДИ - ул, ысынлап та, үҙ көсөңдө һынап ҡарау, белемеңде нығытыуҙы кәрәклеген билдәләү һәм психологик яҡтан йомғаҡлау һынауына әҙерләнеү өсөн яҡшы мөмкинлек.
- Бөгөнгө көндә районда мәктәп, муниципаль күнекмә имтихандары уҙа. Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн барлыҡ фәндәр буйынса район онлайн-консультациялар ойошторолған. Уларҙы беҙҙең уҡытыусылар үткәрә. Ә 30 марттан республика онлайн-консультациялар башлана, - тип билдәләне мәғариф бүлеге баш инспекторы, БДИ-ҙың муниципаль координаторы Рәсимә Һәүбәнова.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: