Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 14:30

24 мартта ата-әсәләр БДИ тапшыра

Былтыр ата-әсәләр тарихтан БДИ биреп ҡараһа, быйыл рус теле буйынса белемдәрен тикшереп ҡарай аласаҡ.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, акция сығарылыш синыф уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә дәүләт һынауҙарына әҙерлек менән бәйле психологик көсөргәнешлекте бөтөрөргә, йәмәғәтселекте имтихан процедураһы менән яҡшыраҡ таныштырырға ярҙам итәсәк. Былтыр ата-әсәләр тарихтан БДИ биреп ҡараһа, быйыл рус теле буйынса белемдәрен тикшереп ҡарай аласаҡ. БДИ-ҙың нимә икәнлеген белеү теләге бармы? Әгәр булһа, паспортығыҙҙы алығыҙ һәм 15 сәғәттә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейына рәхим итегеҙ. Акцияла ҡатнашыу буйынса һорауҙарығыҙҙы шулай уҡ БДИ-ҙың 8(34754)3-11-84 ҡыҙыу линия телефоны буйынса ла бирә алаһығыҙ.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: