Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март , 09:49

Был көн өсөн эш хаҡы түләнә

Әлеге ваҡытта халыҡтың сәләмәтлек торошон тикшереү буйынса диспансерлаштырыу бара. Ул тулыһынса бушлай үткәрелә.

Әлеге ваҡытта халыҡтың сәләмәтлек торошон тикшереү буйынса диспансерлаштырыу бара. Ул тулыһынса бушлай үткәрелә.

Законға ярашлы, диспансерлаштырыу үтеү өсөн ял бирелә һәм был көн өсөн уртаса эш хаҡы һаҡлана. Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға, шулай уҡ хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ваҡыты ҡалғандарға (2021 йылда – 1965–1968 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1960–1963 йылғы ир-егеттәр) ике ял көнө һәм уртаса эш хаҡы тейеш.

Ял алыр өсөн етәкселек менән диспансерлаштырыу үтеү көнөн килешергә, ирекле формала ғариза яҙырға кәрәк. Үҙ белдегең менән медицина тикшереүе үтергә сығып китергә ярамай, был эш урынын сәбәпһеҙ ҡалдырыуға тиңләнеүе бар. Поликлиникаға барғандан һуң белешмә алып килеү зарур. Әгәр диспансерлаштырыу өсөн ял алыу мөмкинлеге бөтөнләй юҡ икән, табиптарға шәмбе көнө лә күренергә мөмкин.

Белеүебеҙсә, йыл һайын ойошторолған диспансерлаштырыу айырым йылда тыуғандар өсөн үткәрелә. Хеҙмәт геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашҡандар һәм һуғыш инвалидтары, уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хәрәкәт ветерандары, блокадалағы Ленинградта йәшәгәндәр, бәлиғ булмаған элекке концлагерь тотҡондары, Рәсәйҙең почетлы донорҙары, радиация һәләкәттәрендә зыян күргәндәр, сәйәси золом ҡорбандары, реабилитация үткән кешеләр, 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтары, инвалид балалар сираттан тыш диспансерлаштырыу үтә ала.

Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү, төрлө сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында төп бурыстар булараҡ билдәләнә.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова